Социаль мәсьәлә
8 Февраля 2020, 08:55

“Баламдан баш тартам”

Алинаның ҡыҙына биш йәш тулды. “Әсәй” тип тәтелдәп йөрөгән сабыйына ҡарай ҙа, йөрәге өшөп ҡуя уның. Ҡасандыр бит...

Алинаның ҡыҙына биш йәш тулды. “Әсәй” тип тәтелдәп йөрөгән сабыйына ҡарай ҙа, йөрәге өшөп ҡуя уның. Ҡасандыр бит ул ошо бәләкәсен бала табыу йортонда ҡалдырып китергә уйлағайны...

Сәбәбен дә тапты бит әле, имеш, өлкәне менән аралары бер генә йәш, үҫтереүе ҡыйын булыр. Ҡалдырһа, үҙенә ниндәй ҙур гонаһ алған булыр ине! Йөрәген мәңгелек үкенес тойғоһо телгеләр ине. Ярай әле табиптар уның хата аҙымға барыуы хаҡында ныҡлап аңлатты. Бөгөн ана ике ҡыҙы игеҙәк кеүек бергә үҫеп килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙ ай буйы йөрәге түрендә йөрөткән сабыйынан баш тартыусылар бар әле. Былтыр Өфөлә 35 әсә балаһын тапҡас та ҡалдырып китергә ҡарар иткән. Был йәһәттән баш ҡаланың Опека һәм попечителлек идараһы ҙур тәрбиәүи эш алып бара. Уларҙың өгөт-нәсихәте, аңлатыуы һөҙөмтәһендә ҡатындар бындай уйынан кире ҡайтҡан. Былтыр иһә 59 әсә сабыйын ҡалдырыу китеү теләген белдергән, ахырҙа 39-ы хаталы аҙымға барыуын аңлап, сабыйҙарын үҙе менән алған.

Фото: twitter.com

Читайте нас