Социаль мәсьәлә
7 Февраля 2020, 19:20

Дауахана ябыламы?

“Бының сәбәбе - табиптарға ҡытлыҡ булыуҙа".

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан республикалағы дауаханаларҙың береһенең ябылыуына бәйле хәлгә аңлатма бирҙеләр.
Chang.org порталында Мишкә районының Сурай ауылындағы медицина ойошмаһын һаҡлап алып ҡалыуҙы талап иткән петиция булғайны, был хаҡта киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәйне. Ә участка дауаханаһы тураһындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Һүҙ тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙы ваҡытлыса ябыу тураһында бара.
“Бындай мохтажлыҡ табиптарға ҡытлыҡ эҙемтәһендә килеп сыҡты. Ни өсөн тигәндә, мотлаҡ медицина ярҙамы алыу һәм ҡайһы бер тикшереүҙәрҙе үткәреү мөмкинлеге сикләнә. Табиптарҙы эшкә урынлаштырғанға тиклем өҫтәмә койкалар ҡуйылған көндөҙгө стационар эшләйәсәк. Шулай уҡ сығып эшләү ҙә ойошторолған. Мишкә үҙәк район дауаханаһынан Сурайға терапевт, педиатр һәм гинеколог аҙнаһына ике-өс тапҡыр сығып, сирлеләрҙе ҡабул итәсәк. Бынан тыш, тәүлек әйләнәһенә ашығыс медицина ярҙамы бригадалары тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә”, – тиелә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәрендә.
Табиптарға ҡытлыҡ бөтөрөлгәс үк тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт иткән стационар эше ҡайтанан тергеҙеләсәк. 5 февралдә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Сурай ауылы халҡы менән осрашты һәм килеп сыҡҡан хәлгә ентекле аңлатма бирҙе, стационар эшенә бәйле шикләнеүҙәрҙе юҡҡа сығарҙы. Әйткәндәй, был ауылда 996 кеше йәшәй.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас