Пекин ҡалаһында ярты йылға ҡәҙәр йәшәп Өфөгә ҡайтҡан 27 йәшлек егет, медицина тикшереүен үтергә теләп, 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына мөрәжәғәт итә.
Билдәле инде, коронавирус сиренә анализ биреп, үҙенең сәләмәтлек торошон тикшермәксе була, сөнки өйҙә бәләкәй баланың булыуы ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Тик егеттең үтенесе табиптарҙы, ниңәлер, ҡурҡыуға төшөрә. Ҡайһылары йәһәт кенә кабинеттарына инеп тарала һала.
Пациенттың әйтеүенсә, улар ҡабул итергә ашыҡмай, запас ишеккә күрһәтеп, дауахананан сығып китеүен һорайҙар. Ир Ҡытайҙан февраль башында Екатеринбург аша авиарейс менән ҡайтҡан булған.
Әле Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был ваҡиғаны асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбекова әйтеүенсә, нисек кенә булмаһын, хәл иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшереләсәк.