Социаль мәсьәлә
13 Февраля 2020, 12:30

Балалар йортонда – тәүге белгестәр

Ошо көндәрҙә Бөрө балалар йортонда шатлыҡлы хәл булған: матурлыҡ индустрияһы өлкәһендәге тәүге белгестәр – парикмахер-универсалдар, маникюр һәм визаж оҫталары сертификатлы белгес танытмаһын алған.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Бөрө балалар йортонда шатлыҡлы хәл булған: матурлыҡ индустрияһы өлкәһендәге тәүге белгестәр – парикмахер-универсалдар, маникюр һәм визаж оҫталары сертификатлы белгес танытмаһын алған. Унан тыш профессиональ белем тураһындағы тәүге танытмаларын ашнаҡсыға, биҙәү эше оҫтаһына уҡыған үҫмерҙәргә лә тапшырғандар. Дөйөм һандарға килгәндә, балалар йортоноң 26 тәрбиәләнеүсеһе һөнәрле булған.
Быларҙың барыһы ла “Уңышлы киләсәк” проекты сиктәрендә башҡарыла. Уны балалар йорто коллективы хәйриә фондтары менән берлектә тормошҡа ашыра. Уның үҙенсәлеге шунда: балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, учреждениенан сыҡмайынса ғына һөнәр ала һәм киләсәктә һәләттәрен үҫтереү мөмкинлегенә эйә була.
Белем сертификаты алған көндө Бөрө балалар йорто гөрләп торған. Сара һөнәр эйәләренең оҫтаханаларынан башланған. Улар моделдәрен биҙәгән, сәстәренә прическалар яһаған, сағыу макияж яһап шатландырған. Ашнаҡсылар иһә фуршет өҫтәлен ойошторған. Биҙәү эштәре оҫталары “матурлыҡ бүлмәһен” эшләгән.
Сертификаттар үҫмерҙәргә тапшырылғандан һуң, барыһы ла аниматорҙар ярҙамында күңел асҡан, уйын программаһында ҡатнашҡан.
Үҙенсәлекле проект дауам итә, белем биреү оҫтаханаларында быйыл тағы ла 15 тәрбиәләнеүсене уҡытмаҡсылар.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Читайте нас