Социаль мәсьәлә
13 Февраля 2020, 13:30

Беренсе Президентҡа рәхмәт!

"Бында күргәндәр миндә ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Госпиталдә заманса ҡорамалдар һәм профессиональ коллектив бар. Иң мөһиме – бында өмөтөн юғалта башлаған, ауыр йәрәхәттәрҙән, инсульттарҙан һуң сәләмәтлегенә зыян килгән кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыралар..."

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә булды, тип хәбәр иткәйнек.
Йыл һайын медицина учреждениеһында ике меңгә яҡын кеше реабилитация үтә. Уларҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн дауаханала бихисап алымдар ҡулланыла.
– Бында күргәндәр миндә ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Госпиталдә заманса ҡорамалдар һәм профессиональ коллектив бар. Иң мөһиме – бында өмөтөн юғалта башлаған, ауыр йәрәхәттәрҙән, инсульттарҙан һуң сәләмәтлегенә зыян килгән кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыралар. Табиптарҙың берҙәм һәм профессиональ коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Реабилитация үҙәгендә Белорет, Күмертау кеүек ҡалаларҙан килгән кешеләрҙең, пенсионерҙарҙың, эшсәндәрҙең дауаланыуы мине шатландыра. Госпиталь етди иҡтисади мөмкинлектәре булғандар ғына дауалана торған урынға әйләнергә тейеш түгел. Бында кешеләр, дөрөҫөн әйткәндә, икенсе ғүмер юлын башлай. Республиканың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улына рәхмәт һүҙҙәрен еткереү шарт, сөнки тап уның хәстәре ошо үҙәкте ойошторорға ярҙам иткән, – тип белдергән Радий Фәрит улы, учреждениеның эшмәкәрлеге менән танышҡас.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас