Социаль мәсьәлә
13 Февраля 2020, 16:40

"Уйҙырмаларға юл ҡуйырға ярамай"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе.

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса мәғлүмәт менән таныштырҙы. Йышыраҡ кешеләр бәләкәй ҡалаларҙағы һәм ҡасабаларҙағы медицина учреждениеларын япмауҙы үтенә.
"Бөгөн беҙ медицина тармағын заманса үҫтереүҙең үҙәкләштерелгән юлынан барабыҙ. Яңы технологиялар барлыҡҡа килә, матди база нығытыла. Медицина үҙәктәре ойошторола, унда компетентлы белгестәр эшләй. Кешеләргә аңлатырға кәрәк: яҡшы юлдар буйлап яҡшы машинала үҙәк дауаханаға барыу күпкә отошлораҡ. Әммә һүҙ поликлиниканы һәм дауахананы ябыу тураһында бара икән, был хаҡта миңә шунда уҡ еткереүегеҙҙе һорайым", – тине Радий Хәбиров.
Медицина белгестәренең хеҙмәтләндереү сифатына бәйле мөрәжәғәттәр булһа, ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға, шул уҡ ваҡытта уларҙы нахаҡ ялыуҙарҙан яҡларға ла өйрәнергә кәрәк, тип билдәләнде.
Медицина кадрҙарын дауалау учреждениеларына йәлеп итеү йәһәтенән муниципалитет башлыҡтарының социаль селтәрҙәр мөмкинлеген файҙаланыуы ла мәғлүм булды.
"Саҡырыуҙар ғына етмәй. Медицина йүнәлешле юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа уҡыған йәштәрҙең исем-шәрифен белеп тороу, уларҙы тыуған ҡалаһында йә районында эшкә урынлаштырыу йәһәтенән адреслы эшләү зарур", – тине Радий Хәбиров.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова баш табиптарҙың, социаль учреждениелар етәкселәренең, архитекторҙарҙың ғинуарҙағы Австрияға булған командировкаһы һөҙөмтәләре тураһында бәйән итте. Медицина һәм социаль реабилитациялауҙы ойоштороуҙың Европа тәжрибәһен өйрәнеү йәһәтенән Радий Хәбиров: “Алдынғы технологияларҙы үҙебеҙҙә ҡулланыу өсөн беҙ иң яҡшы тәжрибәләр өлгөһөн күрергә тейешбеҙ”, – тип белдерҙе.

Республика Башлығы короновирусҡа бәйле хәл менән дә ҡыҙыҡһынды. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Өфөлә шыу-шыу тыуҙырған миҫалдарға туҡталды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Екатеринбург кешеһе менән булған ваҡиғаның раҫланмауын, ә 21-се дауаханаға килтерелгән ҡатындың инфекция дауаханаһына оҙатылыуын, дезинфекция үткәрелгәс, учреждениеның үҙ эшен дауам итеүен белдерҙе.
"Ундай хәлдәр буйынса матбуғат саралары өсөн мөмкин тиклем тиҙ арала рәсми яуап әҙерләргә һәм уйҙырмаларға юл ҡуймаҫҡа кәрәк", – тип билдәләне республика Башлығы.

Шулай уҡ Радий Хәбиров ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттарын асыу мәсьәләһен тиҙләтергә ҡушты. Әлеге ваҡытта 61 объекттың 15-ендә генә лицензия бар.
"Был мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары эшләй башлаһын өсөн һеҙгә 1 мартҡа тиклем ваҡыт бирәм", – тине Радий Хәбиров.
"Сәләмәтлек сәғәте"ндә шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡортостандың Медицина палатаһы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Фотолар: glavarb.ru
Читайте нас