Социаль мәсьәлә
12 Февраля 2020, 20:10

"Уйланырға ваҡыт..."

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Варшавалағы һәм беҙҙәге инвалидтарҙың йәшәү шарттарын сағыштырҙы.

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Инстаграм битендә Рәсәйҙә инвалидтарға булған мөнәсәбәт тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Белеүебеҙсә, әле ул Варшава ҡалаһында. Блогер ундағы һәм беҙҙәге инвалидтарҙың йәшәү шарттарын сағыштыра.

"Европаға сыҡҡан һайын беҙҙең йәшәү мөхитенең һаман да таш быуат стадияһында булыуын аңлайым. Һүҙ ябай пандустар тураһында ғына түгел, ғөмүмән, юл йөрөү транспорты хаҡында… Варшава Европаның бай ҡалалары исемлегендә түгел, әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул иң уңайлыларҙың береһе. Тимәк, эш финанста ғына түгел, ә кешеләргә ҡарата мөнәсәбәттәлер?! Уйланырға ваҡыт инде…" - тип яҙа Рөстәм Нәбиев һәм
өмөттәренең аҡланырына ышаныс белдерә.
Фотолар: Инстаграм.
Читайте нас