Социаль мәсьәлә
14 Февраля 2020, 06:00

“Миллионер” өс игеҙәк!

Гөлгөнә һәм Азат Сыңғыҙовтар ғаиләһендә ике малай һәм бер ҡыҙ тыуҙы.

Башҡортостанда быйыл беренсе өс игеҙәк донъяға килде. Сығышы менән Баймаҡ районынан булған бәхетле ғаилә Өфөлә йәшәй. Гөлгөнә һәм Азат Сыңғыҙовтар ғаиләһендә ике малай һәм бер ҡыҙ тыуҙы.
Мирас, Мөхәммәт һәм Гөлли исемле сабыйҙар - "миллионер"! Ғаилә хәҙер дәүләттән 616 мең һумлыҡ әсәлек капиталы һәм ипотеканы ҡаплатыуға 450 мең һум аҡса алыуға хоҡуҡлы.
Игеҙәктәрҙең өйҙә биш йәшлек Самир исемле ағалары ла бар. Бәхетле Сыңғыҙовтарға именлек, сәләмәтлек насип булһын! Өфө ҡалаһындағы Киров районының ЗАГС бүлеге начальнигы Нәйлә Сәйетғәлина бәхетле атайға игеҙәктәрҙең тәүге документтарын тапшырҙы.
Фото: Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас