Социаль мәсьәлә
14 Февраль 2020, 09:15

“Минең менән ял ит”

Балалар өсөн үҙенсәлекле акция ойошторолдо.

Благовещен ҡалаһында сәләмәтлеге буйынса мөм­кин­лектәре сикләнгән балалар өсөн “Минең менән ял ит” тип аталған ғилми-социаль акция үтте. Был мауыҡтырғыс ялды улар өсөн Өфө мәҙәни-танып белеү үҙәге “Интеллектус” ойошторҙо.
Балалар ата-әсәләре менән бергәләп ғәжәп экспонаттар менән танышты: гальваник элемент, ҡытай шәшкеһе, Хладни һыны, зоотрон, Максвелл маятнигы һәм башҡа ҡолаҡ ишетмәгән, күҙ күрмәгән ҡыҙыҡлы, серле предметтар.
Фәнни шоу баш ҡа­тырғыс, үтә аптыратҡыс сара булып иҫтә ҡаласаҡ. Фән мөғжизәләре бары­һын таң ҡалдырҙы: ше­шә­нән сыҡҡан төтөн, пред­меттың күҙ алдында юҡ булыуы, химия ярҙа­мында шарҙы өрөп тултырыу һәм башҡа тәжри­бәләр. Һөйләп кенә аңла­тып та булмаҫ, мөғжизәне үҙ күҙҙәрең менән күреү кәрәк. Экспонаттарҙы ҡул менән тотоп ҡарау ҙа рөхсәт ителгәс, балалар бөтөнләй иркен ҡыланды, тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
Социаль акция Благовещенда 2018 йылдан алып уҙғарыла. Был юлы тәүге тапҡыр фәнни күр­гәҙ­мә рәүешендә үтте. Балаларҙың ҡәнәғәт йө­ҙөн, ата-әсәләрҙең һөйө­нө­сөн ситтән генә күҙәт­кән социаль акция кураторы Анна Серавкинанан да бәхетле кеше булма­ғандыр.
Шуны ла әйтеп үтәйек, “Интеллектус” үҙәгенең инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға йү­нәл­телгән был проекты былтыр гражданлыҡ йәм­ғиәтен үҫтереү конкур­сын­да Рәсәй Президен­ты­ның грантына лайыҡ булды.
Читайте нас