Бер танышымдың бала сағы хаҡында һөйләгәндәре хәтеремә тәрән уйылған.
«Атай-әсәй менән үҫкәндәр үҙҙәренең ниндәй бәхетле булыуын аңлап та бөтмәйҙер ул, - тигәйне ул. - Балалар йортонда тәрбиәләнгәс, мине лә берәй ғаилә уллыҡҡа алһын ине тип теләй торғайным. Хатта йоҡларға ятҡас, оҙаҡ ҡына шулай уйланып, тәмле хыялдарға бирелеп ятам. Үкенескә ҡаршы, был уйым тормошҡа ашманы. Беҙ күмәк булғас, бөтәбеҙҙе бергә алырға теләмәнеләр...»
Эйе, атай-әсәй наҙына, уларҙың һөйөүенә сорналып йәшәүгә ни етә!
Аллаға шөкөр, етемдәрҙе үҙ ҡосағына һыйындырған киң күңелле кешеләр күп арабыҙҙа. Былтырғы мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, республикала 474 етем бала ғаиләле булған. 128-ен тәрбиәгә, 43-өн уллыҡҡа алғандар. Бынан тыш, 116 бала үҙ ғаиләләренә ҡайтарылған.
Йәмғиәтебеҙҙең бер өлөшө булған етемдәргә иғтибарлыраҡ булһаҡ, күңел йылыбыҙҙы йәлләмәһәк ине.