Ерәнсә сәсән, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Сәләхетдин ахун, Азат Абдуллин, Иншар Солтанбаев, Мөхтәр Әхтәмов һәм башҡа данлыҡлы шәхестәре менән дан тотҡан Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында “Ауылым, нур балҡытып йәшә, сәскә ат, мәңге йәш бул!” тигән сара ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыевтың ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттырҙы.
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов әйтеүенсә, Үрген ауылы һәр йәһәттән дә алдынғы, районда үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ла лайыҡлы рәүештә еңеү яулаған.
– Үрген ауылы халҡының тырышлығы күптәрҙе һоҡландыра, – тип һөйләй Яңы Петровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Аҡсурин. – Урта мәктәп балалары уңыштары менән һөйөндөрә, капиталь ремонттан һуң балалар баҡсаһы эшләй башланы.
Күркәм сара айҡанлы, бында “Айгөл” балалар баҡсаһында “Башҡорт рухы ғаиләнән башланы” тип аталған кисә үтте, көрәш менән хоккей уйыны ярыштары уҙҙы, ауыл мәҙәниәт йортонда ситтә йәшәгән билдәле кешеләр менән осрашыу булды.
Фото: Үрген ауылы мәҙәниәт йорто.