Башҡортостан
+23 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Социаль мәсьәлә
19 Февраля 2020, 18:40
Ерләү хаҡы ла артҡан
Мәҫәлән, зыяратҡа алып барыу 2021 һум 49 тин буласаҡ. Унан тыш...
Туғандары һәм яҡындары булмаған кешеләрҙе ерләү хаҡы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ҡарары менән билдәләнде.
Шулай итеп, 1 февралдән был сумма - 7043 һум 59 тин, шул иҫәптән кейендереү 496 һум 04 тин тәшкил итәсәк. Табут – 1347 һум 17 тин, зыяратҡа алып барыу – 2021 һум 49 тин, ерләү 3178 һум 89 тин тора.
2019 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, яңғыҙ граждандарҙы ерләү өсөн муниципалитет түләгән хаҡ 205 һумға артҡан.
Фото: flowerbunker.ru
Читайте нас