Социаль мәсьәлә
18 Февраля 2020, 20:30

Учалыла 73 сабый донъяға килгән!

Күркәм иҫәпте тулыландыралар: мәҫәлән, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 17 февралгә тиклем Учалы районында 37 малай һәм 35 ҡыҙ тыуған.

Күркәм иҫәпте тулыландыралар: мәҫәлән, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 17 февралгә тиклем Учалы районында 37 малай һәм 35 ҡыҙ тыуған. Был хаҡта “Учалинская газета” баҫмаһы хәбәр итә.
Белеүебеҙсә, быйыл демография мәсьәләләре дәүләт башлығы Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнде.
Әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу һәм уны арттырыу мәсьәләһе хәл ителде: хәҙер финанс ярҙамын беренсе бала тыуғас та алыу мөмкинлеге бар, ә икенсе бала өсөн әсәлек капиталы күләме артып, 616 мең һум тәшкил итәсәк. Унан тыш, өсөнсө балаһы тыуғандарға дәүләт 450 мең һум күләмендәге ипотека бурысын ҡапларға ярҙам итәсәк. Ишле ғаиләләргә, ғөмүмән, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Бәпестәргә иһә оҙон ғүмер, бәхет теләйбеҙ!
Фото: rs.img.com.ua
Читайте нас