Иртәгә, 26 февралдә, 12-нән 16 сәғәткәсә алкоголгә һәм наркотиктарға бәйлелек хаҡындағы һорауҙарға ҡағылышлы “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторола. Сара “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә үтә.
Нисек эскелек тоҙағынан ҡотолорға? Нисек яҡыныңа ярҙам итергә? Айыҡ тормошҡа ҡайтыу өсөн тәүге аҙымды нимәнән башларға?
Республика халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына “ышаныс телефоны” буйынса яуап бирәсәктәр. Бының өсөн 8-800-347-5000 һандарын йыйыу кәрәк. Мөрәжәғәттәргә табип-психиатр, клиник психолог, психотерапевт, башҡорт телендә аралашыусы психолог яуап бирәсәк. Һорауҙар башҡортса ла, русса ла булыуы ихтимал.
Белгестәр ҡайһы районда йә ҡалала ниндәй профессиональ ярҙам алырға мөмкин, дәүләт медицина учреждениеларында ниндәй хеҙмәттәр күрһәтелә, шәхси клиникаларҙың мөмкинлектәре хаҡында ла мәғлүмәт бирәсәк.
8-800-347-5000 телефоны буйынса бушлай аноним ярҙам алырға мөмкин! Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Әйткәндәй, “ҡыҙыу бәйләнеш” бөгөн дә эшләне. Сараның ойоштороусылары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru