Бер танышым менән донъяуи хәл-әхүәлдәрҙе барлағанда, ул ошондай мәғлүмәт еткергәйне:
“Вадим исемле малай беҙҙең класҡа уҡыу йылы уртаһында параллель кластан күсте. “Балалар һәм уҡытыусы менән уртаҡ тел таба алмаған”, – тип ҡыҫҡаса ғына аңлатты класс етәксебеҙ. Бәғзеләр: “Башланғыс класта уҡ шундай проблема булыуы мөмкинме?”, – тип баш ватҡансы, күңелһеҙ ваҡиғалар сылбыры үҙен көттөрмәне. Яңы малайҙы беҙҙең балалар ҙа ҡабул итмәне. Мыҫҡыллауҙар, төрткөләүҙәр башланды. Тәнәфестә йәки дәрестән һуң йыйылышып, Вадимды йыҡһындармы, әйберҙәрен тартып алһындармы, исем таҡһындармы – ҡыҫҡаһы, эҙәрлекләү башланды. Һораша торғас, Вадимдың бик тынғыһыҙ булыуын, тәртибе хөрт икәнлеген, ҡайһы бер ҡыланыштары ҡәҙимге ҡалыптарға һыймағанын белдек. Икенсе яҡтан, тағы бер дәлил асыҡланды: Вадимдың әсәһе йыш ҡына уҡыу йортона килеп, балалар һәм уҡытыусылар менән мөнәсәбәт асыҡлай, әрләшә һәм янай икән. Ҡатын малайҙың атаһы менән күптән айырылышҡан, әле шәхси тормошон яйға һалыу менән мәшғүл, имеш. Балаһының тормошо менн ҡыҙыҡһыныуы, нигеҙҙә, мәктәпкә килеп мөнәсәбәт асыҡлауҙарға ҡайтып ҡала. Тик уның улын яҡларға тырышыуы кире һөҙөмтәгә генә килтерә – класташтары тыйылыу урынына, киреһенсә, ажарланып, “ошаҡсы”нан үс ала, имеш. Ә бит коллективта насар балалар уҡымай! Барыһы ла яҡшы ғаиләләрҙән, ата-әсәләре лә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Айырым алғанда, һәр бала бынамын тигән, уңыш-ҡаҙаныштары бар, үҙ-ара уртаҡ тел дә таба беләләр. Ни сәбәпле Вадимды класташтары ҡабул итмәй – был минең өсөн аңлашылмай, сөнки уның ише тәртибе аҡһаған башҡа малайҙар ҙа бар”.
Ошо хәл һеҙгә таныш кеүекме? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ҡәҙерле балағыҙ психологик һәм физик йәбер дусар түгелме? Кешегә ҡарата физик һәм психологик, әхлаҡи баҫым яһау, көс ҡулланыу сәбәптәре төрлө булыуы ихтимал: йәмғиәттәге социаль урыны, милләте, тышҡы ҡиәфәте, коллективта яңы кеше булыуы – исемлекте дауам итергә мөмкин. Йәғни башҡаларҙан ниндәйҙер аныҡ айырма бар икән, рәхим ит: кешеләргә бының оҡшамауы ихтимал. Күпселек осраҡта түбән финанс хәлле ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар йәберләнә: уларҙың кейеме, ҡиәфәте, һөйләшеүе һәм башҡа сифаттары йәштәштәре тарафынан агрессия сәбәбе булыуы ихтимал. Класҡа яңы килгән балаларҙы ла коллективтың ҡабул итмәүе бар. Ғөмүмән, балаға ҡасан һәм нимә өсөн һөжүм итеүҙәрен алдан күҙаллау бик ауыр.
Йәберләнгән үҫмер үҙе ғәйепле, тип һис кенә лә әйтергә ярамай. Мөмкинлек бар икән, балағыҙҙы спорт түңәрәгенә мотлаҡ йөрөтөргө кәрәк. Эш уның физик яҡтан көслө буласағында ғына түгел: ул агрессив уйҙарын тыйырға, низағлы хәлдәрҙән йоҙроҡ уйнатмай ғына сығырға, тәртипкә өйрәнәсәк. Икенсе яҡтан, физик яҡтан көслө үҫмер йәштәштәрендә, ғөмүмән, хөрмәт уята.
Әгәр ҙә эҙәрлекләү башланған икән, кисекмәҫтән сара күрергә, тик һәр йәһәттән һаҡ булырға кәрәк, ти психологтар. Кәмһетеүҙең сәбәбен эҙләп маташҡансы, тиҙ арала проблеманан сығыу юлдарын хәстәрләү зарур. Ғәҙәттә, хәлде көс ҡулланып, йәиһә мыҫҡыллағандарҙан үс алып ҡына яйға һалып булмай.
Ғәзиз балаһы йәштәштәре ҡорбанына әйләнгән атай-әсәйҙәргә нимә эшләргә? Тәүге сиратта, баланы хәстәр һәм йылылыҡ менән солғап алырға, күңелендә хәүефһеҙлек тойғоһо уятырға тырышырға кәрәк. Психотерапевҡа мөрәжәғәт итеү ҙә ҡамасауламаҫ: күпселек мәктәптәргә хас булған был проблеманы еңергә профессиональ белгес мотлаҡ ярҙам итәсәк.
Фото: lh3.googleusercontent.com/proxy