Социаль мәсьәлә
28 Февраля 2020, 07:17

Афәт эргәбеҙҙә генә һағалай

Республикала хәл көсөргәнешле.

2018 йыл аҙағында республикала наркологик иҫәптә торған пациенттар һаны 54 мең 577 ине. Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә был һан – иң аҙы. Йыл дауамында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында “наркомания”, “токсикомания” диагноздары ҡуйылған ауырыуҙар һаны ҡыҫҡарып, 8121 кеше тәшкил итте.


Былтыр наркомания менән ағыуланыу Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Туймазы, Благовещен райондарында республика буйынса уртаса күрһәткестән юғары булды. Наркотик матдәләрҙе ҡулланыу зарарлы эҙемтәләргә килтергән осраҡтар Октябрьский, Өфө ҡала­ларында, Белорет, Әлшәй, Өфө, Благовещен райондарында күберәк күҙәтелде.

Бөтә статистика мәғлүмәттәрен дөйөмләштереп, шундай һығымта яһарға була: республикала тәүге тапҡыр асыҡланған ауырыуҙар 100 мең кешегә иҫәпләгәндә 2017 йылдағы 5,6 күрһәткесенән 2018 йылда 6,4-кә тиклем күтәрелде, зарарлы эҙемтәләргә килтергән осраҡтар ҙа артты. Наркомандар араһында үлем осраҡтары организмдың хәлһеҙләнеүе, ябығыуы, наркотиктарҙың дозаһы арттырылыуы, бәхетһеҙ осраҡтар, психик сирҙәр менән бәйле.
2019 йылда иҫәптә торған ВИЧ-инфекциялы 21303 кешенең ете меңдән ашыуы наркоман икәнлеге билдәле. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, наркомания республикала киҫкен социаль проблемалар араһында әһәмиәте буйынса етенсе урынды биләй. Тәүге баҫҡыста – эшһеҙлек, икенсе – эскелек, өсөнсө – медицина хеҙмәтләндереүе сифаты, дүртенсе – юлдар сифаты, бишенсе – торлаҡ мәсьәләһе, алтынсы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо, етенсе – наркомания, һигеҙенсе – енәйәтселек.
Һорау алыуҙа ҡатнашҡан халыҡтың күҙлегенән сығып, наркомания таралыуының сәбәптәрен һанап китәйек. Тәүге өс сәбәпкә йәмғиәттең әхлаҡи яҡтан боҙолоуын, аҙғынлыҡты, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенең насар эшләүен, эшһеҙлек һәм иҡтисади проблемаларҙы индерәләр. Шулай итеп, респонденттар наркотик ҡулланыу сәбәптәрен “ҡәнәғәтлек кисереү”, “эшһеҙлектән ҡаңғырыу”, “шәх­си проблемаларҙан ҡасыу”, “ғаиләләге аңла­шылмаусанлыҡ” тип билдәләй. Ҡыҙыҡһыныу, тәм­ләп ҡарау теләге, яңы тойғолар кисереү ниәте лә ошондай хәүефле аҙымға этәрә тип уйлаусылар бар.
Дәүләт наркология хеҙмәтендә ауырыуҙарҙы медик-социаль реабилитациялауҙың тулы технологик циклы булдырылған. Ағыуланыуҙарҙы дауалауҙан йәмғиәт тормошона ҡайтарыуға тиклем оло ҡатмарлы юл билдәләнгән. Наркотиктарға ҡаршы көрәш, психотроплы матдәләрҙе ҡулла­ныуҙы иҫкәртеү эшен камиллаштырыу маҡса­тында былтыр хәүефһеҙ интернет киңлеген булдырыу, балаларҙа интернет ресурстарын үҫеш һәм сәләмәтлек маҡсатында ҡулланыу, уҡыу­сылар араһында һөнәр һайлауға йүнәлеш биреү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелде.
2015–2020 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡорт­остан Республикаһында йәмәғәтселек хәүефһеҙ­леген тәьмин итеү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға 2018 йылда 7,4 миллион һум аҡса бүленде. Былтыр ҙа байтаҡ аҡса үҙләштерелде.
Башҡортостандағы дөйөм торошто анализла­ғандан һуң, белгестәр төбәктәге наркомания менән бәйле хәлде “көсөргәнешле” тип баһаланы. Төп күрһәткестәр буйынса республикала хәл-торош башҡаларҙан сағыштырмаса яҡшыраҡ тойолһа ла, тынысланырға урын юҡ, тип иҫәпләй рес­публиканың наркотиктарға ҡаршы комиссияһы, сөнки афәт – беҙҙең арала.
Читайте нас