Социаль мәсьәлә
28 Февраля 2020, 07:14

Бер ауыҙыңа алһаң, ҡотола алмаясаҡһың

Ул бәйлелек тыуҙырыуы менән хәүефле.

Нимә һуң ул наркотик? Ни өсөн уны таратыу һәм файҙаланыу закон менән тыйыла? Ул – химик матдә, кешенең кәйефен, уйҙарын, һиҙемләүен, тойғоларын һәм тәртибен боҙа, сирле бәйлелек тыуҙырыуы менән хәүефле.


Күпселек уны ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү өсөн ҡуллана башлай. Кемдәндер уның “шәп­леге”, “рәхәтлек тыуҙырыуы” тураһында ишетеп, әҙәм балаһы ымһындырғыс, әммә үлемесле ҡапҡанға эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Мауығыуҙың аҙағы билдәле – ул йә дауахана, йә үлем менән тамамлана.
Наркотик организмдағы химик нисбәтте боҙа, ә был үҙ сиратында матдәләр алмашыныуҙың тәбиғи процесына йоғонто яһай. Был сиргә хас булған төп һыҙаттарҙың береһе – наркотик ҡулланмай йәшәй алмау, ниндәй юл менән булһа ла ләззәтле ағыуҙы ҡулға төшөрөү. Организм уны ҡулланыуға шул тиклем ныҡ яраҡлаша, уға ылыҡтырғыс матдә торған һайын күберәк талап ителә. Кеше был психик һәм психологик ҡоллоҡтан үҙе генә сыға алмай.
Наркоманияны иҫкәртеү менән шөғөлләнгән белгестәр әйтеүенсә, был яуыз сир ауына эләкмәү өсөн иҫкәртеү эшен ғаиләлә, бала үҫкән социаль мөхиттә башлау тәьҫирле. Ата-әсәһе менән бәләкәйҙән даими бәйләнештә аңлашып йәшәү, яҡшы тәрбиә күреү тормоштоң ҡараңғы, йәмһеҙ яҡтарын тиҙ айырырға ярҙам итә.
Республиканың наркология хеҙмәттәре тарафынан бер нисә йыл инде ирекле рәүештә наркотик ҡулланыуҙы асыҡлаған тес­тар үткәреү иҫкәртеү эшенә үҙ өлөшөн индерҙе. Был сара ағыулы матдәләр ҡулланыу даирәһен асыҡлауҙан тыш, наркотик ҡулланған бәлиғ булмағандарға ваҡытында медицина ярҙамы алыуға булыша.
Наркотик ҡулланған үҫмерҙе ошондай билдәләр буйынса та­нырға мөмкин:

* аппетиттың юғалыуы;

* күңел төшөнкөлөгө, тынғы­һыҙлыҡ, йөҙәтеүсән, теңкәгә тейгес уйҙар;

* сәйер ҡыланыштар;

* күҙҙәрҙең ҡыҙарып, йәш­ләнеп тороуы;

* элек яратҡан шөғөлдәрҙән баш тартыуы, ҡыҙыҡһыныу кәмеүе;

* гел аҡса һорау, бурысҡа алыу;

* һүлпәнлек;

* хәтер насарланыу;

* иғтибарҙы туплай алмау;

* үҙенсәлекле еҫ аңҡыуы;

* йыш танау тартыу;

* иҫерек кешенекенә оҡшаған йөҙ-ҡиәфәт.
“Тәмләп ҡарайым да аҙаҡ ауыҙға ла алмаясаҡмын”, – тип ант биреү файҙаһыҙ, сөнки был матдә үтә ныҡ ылыҡтырғыс көскә эйә, наркомандар унһыҙ йәшәй алмай, ти белгестәр.
Читайте нас