Танышмы был һүҙҙәр? Эйе, тормош булғас, төрлө хәлдәргә тарыйбыҙ. Ҡайһы саҡта бөтөнләй үҙеңә хас булмаған имеш-мимештәрҙе ишетеп, хайран ҡалаһың. Ошо арҡала туғандарҙың, дуҫтарҙың араһы боҙола, ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала. Эш урынында хеҙмәттәштәрең, етәкселәр менән ара боҙолоуы ихтимал.
Кәйеф төшә, әлбиттә! Ғәйбәт һүҙҙәрҙән һаҡланыу өсөн ни эшләргә икән һуң?
Белгестәр яҡшы белмәгән, ышанысығыҙҙы аҡламаған таныштарығыҙға үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт бирмәҫкә кәңәш итә. Башҡалар ғәйбәт һөйләгәндә ситтәрәк тороғоҙ, сөнки яңылыш ҡушылып, артығын ысҡындырыуығҙ ихтимал.
Иң мөһиме – кеше һүҙенә иғтибар итмәгеҙ. Аҡланмағыҙ! Эш кешеһенең быларға ваҡыты юҡ. Үҙ проблемаһын хәл итә алмағандар башҡалар тураһында һөйләй. Ғәйбәт яҡындарығыҙ менән араны боҙорға мөмкин икән, быныһын “ишетмәй ҡалып” булмай, билдәле. Теләһәгеҙ-теләмәһегеҙ ҙә, ваҡиғаға асыҡлыҡ индерергә, ғәйбәткә нөктә ҡуйырға кәрәк.