Социаль мәсьәлә
1 Март 2020, 11:30

Матур ҙа, татыу ҙа ғаилә

Бөгөн- Башҡорт ғаиләһе көнө. Һәр төбәктә үҙҙәренең йәшәү рәүеше, ҡорған донъяһы, балалар тәрбиәләүе менән күптәргә өлгө булырлыҡ башҡорт ғаиләләре бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Роза һәм Рәфис Рәсембәтовтар.

Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө. Һәр төбәктә үҙҙәренең йәшәү рәүеше, ҡорған донъяһы, балалар тәрбиәләүе менән күптәргә өлгө булырлыҡ башҡорт ғаиләләре бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Роза һәм Рәфис Рәсембәтовтар.
Роза һәм Рәфис Рәсембәтовтарҙың бәхетле ғаиләһендә сәскәләй өс ҡыҙ һәм баһадир булырлыҡ бер ул үҫә. Береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙар уҡыуҙа ла һынатмай, ата-әсәһенә ярҙамлашып та өлгөрә, ә кескәй малай әле яңы атларға йыйына. Бейеүгә маһир, ҡул эштәренә оҫта, спортты яратҡан һылыуҡайҙар ата-әсәләренең шатлығы ла, ғорурлығы ла, ә бәләкәй Әмир - буласаҡ нигеҙ тотҡаһы, ата-әсәнең ышанысы.
Мәмбәт ауылы һылыуы Роза буласаҡ тормош иптәшен Әҙел ауылына эшкә барғанда осратҡан. Ҡара ҡашлы, бөркөт ҡарашлы Рәфискә уҡытыусы ҡыҙ шундуҡ оҡшай. Йәштәр бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң, 1999 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килә. Улар бер аҙ үҫә төшкәс, ҡыҙсыҡтарҙың һәләттәрен үҫтереү маҡсатында Рәсембәтовтар Аҡъярға күсә. Ауылдағы өйҙәрен ҡайтанан бында күтәртә, тиҙ арала күркәм йортто төҙөп тә ҡуя.
- Ҡыҙлы йорт - үҙенсәлекле донъя. Ҡыҙҙарҙы наҙлап, иркәләп кенә торор кәрәк, тиҙәр. Минеңсә, ҡыҙ бала атай һөйөүенә төрөнөп үҫергә тейеш. Беҙҙең ғаиләлә тап шулай. Мин - талапсаныраҡ, атайҙары - йомшағыраҡ. Ҡыҙҙарыбыҙҙың һәләттәрен үҫтереп, һәр бер яңы башланғысын хуплап торабыҙ, шулай уҡ әҙәпле, рухлы, маҡсатлы, ярҙамсыл, изге күңелле булырға өйрәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙеңде кәмһетеүгә юл ҡуймай йәшәргә кәрәклеген дә һеңдерергә тырышабыҙ. Иң ҙур теләгебеҙ - ҡыҙҙарыбыҙ бәхетле булһын, тормошта үҙ урынын тапһын, тиңдәрен осратып, матур ғаилә ҡорһон. Былтыр ғаиләбеҙгә нур өҫтәп, күптән көткән улыбыҙҙы алып ҡайттыҡ. Малайыбыҙ барыбыҙҙы ла “аяҡҡа баҫтыра, йүгертә”. Уны тәрбиәләүгә етди иғтибар талап ителә. Ни тиһәң дә ул буласаҡ ғаилә башлығы -тип йылмая Роза Раузат ҡыҙы.
Тормош иптәше вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, шуға күрә йорттағы күпселек эш хужабикә иңенә төшә. Өлкән ҡыҙҙары Дилә һәм Ильвина Өфө ҡалаһында үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса юғары уҡыу йортында белем ала, Ләйлә әле 4-се класта уҡый. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла ҡул эштәренә, бейеүгә маһир, бешеренеүгә оҫта. Дилә бәләкәйҙән прическалар эшләү менән ҡыҙыҡһына, төп уҡыуынан ваҡыт табып, яратҡан шөғөлө буйынса ла белемен камиллаштырға ла, теләүселәргә төрлө прическалар эшләргә өлгөрә. Киләсәктә үҙ эшен асырға йыйына.
Хәйбулланың матур һәм татыу ғаиләләренең береһе булған Роза һәм Рәфис Рәсембәтовтарҙың тормоштары артабан да нурлы һәм ҡотло, бәхетле булһын!
Фото: Роза Рәсембәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас