“Балалар баҡсаһы өсөн аҡса түләгәндә банк комиссияһының алынырға тейешме, юҡмы?, - тигән һорау менән республикала йәшәүсе бер уҙаман прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
Сибайҙан йәмәғәт эшмәкәре Эдуард Ҡадиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Былтыр улым балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Квитанциялар өсөн түләү ваҡыты килеп еткәс, ундағы комиссияға ғына түгел, уның кимәленә лә иҫем китте. Ул 3 процент тәшкил итеп, 30 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш! Йәғни 100 һум түләргә тейешһең икән, 130 һумыңды әҙерлә”, – тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдергән атай кеше.
Әйткәндәй, балалар баҡсаһы өсөн аҡса түләгәндә бер Сибайҙа ғына банк комиссияһы алынмай. “Беҙҙә ул саҡ ҡына кәмерәк: 2,5 процент. Мин балалар баҡсаһы өсөн минусҡа китеү рөхсәтен биргән ҡушымта аша түләйем. Мәҫәлән, ике мең йыйыла икән, уға ярашлы, комиссия ла күбәйәсәк. Ә кемдең артығын түләгеһе килһен? Тин кеүек күренһә лә, һәр кем уны түләй алмай”, – тип белдергән йәш әсә Татьяна UFA1.RU сайтының хәбәрсеһенә.
Йәмәғәт эшмәкәре Эдуард Ҡадировтың яҙыуынса, улын балалар баҡсаһына йөрөтөү мөмкинлеге өсөн банкка түләргә теләмәй. Өҫтәүенә ҡайһы бер төбәктәрҙә балалар баҡсаһына аҡса түләгәндә банк комиссияһы алынмай.
“Прокуратураға мөрәжәғәт иттем. Унан ҡаланың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт ебәрҙеләр. Ә унан ниндәй яуап килде, беләһегеҙме? “Барыһы ла законлы, артабан түләгеҙ”, тигән яуап. Ҡайтанан прокуратураға мөрәжәғәт иттем. Уға башҡа төбәктәрҙәге ошондай уҡ һорау буйынса практика осрағын да өҫтәп һалдым. Һәм “Хоҡуҡ боҙоуҙар булған һәм уларҙы юҡ итеү тураһында күрһәтмә сығарылды” тигән яуап килде” тип яҙған Сибайҙан атай.
Прокуратуранан килгән хатта банк ойошмаһы менән балалар баҡсаһы араһында ғына төҙөлгән килешеүҙә банк комиссияһы ҡаралған, тип яҙылған. Өсөнсө яҡҡа – ата-әсәләргә – аҡсаны күсереү закондарға ярашлы түгел тип табылған. Тик бына ата-әсәләр килешеүгә ҡул ҡуймаған, тимәк, банк комиссияһының алыныуы ла законға ярашлы түгел.
“Хәҙер прокуратура күрһәтмәһенең үтәлешен генә контролдә тоторға кәрәк. Тиҙҙән комиссия алынмаясаҡ. Дөрөҫөрәге: ул ҡаласаҡ, тик уны мәғариф бүлеге түләйәсәк”, – тип белдергән Эдуард Ҡадиров. Әгәр ошо хәл тормошҡа ашһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул әлегә тик бер Сибайҙа ғына буласаҡ.