Социаль мәсьәлә
4 Марта 2020, 10:30

Иҫән ҡалыуы үҙе мөғжизә

Үгеҙҙең күкрәгенә һәм эсенә һөҙөүҙән ир ергә йығыла. Бәйләнеш булмау сәбәпле, ашығыс ярҙам саҡыра алмай...

Илеш районында ауыл хужалығы эшсеһе бынан бер йыл элек яраланыуы тураһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт иткән.
Былтыр май айында йәйге көтөүлектә 61 йәшлек иргә 600 килограмм тирәһе тартҡан тоҡом үгеҙе ташланған. Күкрәгенә һәм эсенә һөҙөүҙән ир ергә йығыла. Бәйләнеш булмау сәбәпле, ашығыс ярҙам саҡыра алмай. Шулай ҙа ат арбаһында өйөнә ҡайтып етә. Ҡатыны уны дауаханаға илтә. Табиптар ирҙең үт ҡыуығы ярылыуын асыҡлай.
Хәлде тикшергәндән һуң шул асыҡлана: эштең дөрөҫ ойошторолмауы, һаҡланыу сараларының булмауы, эшкә әҙерлекһеҙ йәлеп ителеүе бәхетһеҙлек осрағына килтергән дә инде. Ғәйеплеләргә административ яуаплылыҡ ҡаралған. Бәхетһеҙлек осрағын йәшерергә тырышҡан эш биреүсе штраф менән генә ҡотолған.
Фото:ProUfu.
Читайте нас