Социаль мәсьәлә
6 Марта 2020, 06:43

Һөт эскән бала – сәләмәт бала

Республика Башлығы ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары тергеҙелә. Күптән түгел Сибай ҡалаһында һөт таратыу пункты асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн ҡалала һөт фабрикаһы – һөт ризыҡтары етештереү кухняһы асылды.

Республика Башлығы ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары тергеҙелә. Күптән түгел Сибай ҡалаһында һөт таратыу пункты асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн ҡалала һөт фабрикаһы – һөт ризыҡтары етештереү кухняһы асылды.


“Һөт ризыҡтары” Башҡортостан Республикаһының дәүләт автономлы учреждениеһы ҡарамағындағы фабрика Сибай ҡалаһынан һәм Урал аръяғы райондарынан 876 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Ошоға тиклем балаларға Белорет ҡалаһында етеш­терелгән һөт ризыҡтары тапшы­рылһа, хәҙер сифатлы аҙыҡ-түлек яңы асылған фабрика-кухняла етештереләсәк.


Билдәле булыуынса, яңы объект өр-яңынан төҙөлдө. Төҙөлөш өсөн ер участкаһы бүленде, модулле бина хасил булды, етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн ҡорамалдар һатып алынды. Әлегә бина ғына сафҡа инһә, көндәр йылыныу менән фабрика биләмәһе лә төҙөкләндереләсәк. Бында хәҙер тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡарала. Фабрика йылына 1,5 миллион порция етештереү ҡеүәтенә эйә, шулай уҡ 25 эш урыны булдырылған.


Яңы объектты асыу тантанаһында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев, “Һөт ризыҡтары” учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашты.

Эльдар Сәйғәфәров белдереүенсә, фабрика өсөн һатып алынған ҡорамалдар заманса талаптарға яуап бирә, уларҙың һәр ҡайһыһы сифатлы аҙыҡ етештереүгә көйләнгән, тиҙҙән сабыйҙар туҡланыуында мотлаҡ булырға тейешле һөт, ҡатыҡ һәм йогурт әҙерләп сығара башлаясаҡ.

Бөгөн ҡалала һөт ризыҡтары тарат­ҡан өс пункт эшләй, Ленин урамының 44-се йортондағы дарыуханала киптерелгән һөт һәм бутҡалар таратыла. Уртаса килем йәшәү минимумынан кәм тәшкил иткән ғаиләләрҙә үҫкән алты айҙан өс йәшкә тиклемге балалар һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин ителәсәк. Был исемлектә – ҡоро һәм махсус ҡатнашмалар, ҡоро бутҡалар, һөт аҙыҡтары.


Үрҙә телгә алынған эштәр барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Был документ әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, граждандарҙың ғүмерен оҙайтыу йәһәтенән башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәл­телгән.
Читайте нас