Социаль мәсьәлә
7 Марта 2020, 10:45

Бухгалтерҙар һәм һаҡсылар хәүеф аҫтында...

Рәсәйҙең финанс министры был йәһәттән нимә тип белдерҙе?

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов "юғалып барған" һөнәрҙәрҙе билдәләне. Ул исемлеккә бухгалтерҙарҙы һәм һаҡсыларҙы ла индерә.
"Бер нисә һөнәр юғалыу өҫтөндә. Тиҙҙән, мәҫәлән, бухгалтерҙарҙың һаны кәмейәсәк. Рәсәй - һаҡсылар иле, тиҙәр. Ҡайҙа ғына инмә, һәр урында ошондай агентлыҡ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Нимә өсөн? Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн. Хәҙер мониторинг, камера кеүек тотош система бар. Биш һаҡсы урынына берәүҙе ҡуйһаң да етә", - тине министр.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, шул уҡ ваҡытта байҙар менән ярлы халыҡ араһы алыҫлаша. "Яңы технологияларҙы, машиналарҙы йәки яһалма интеллектты ҡулланған һайын, ҡайһы бер һөнәрҙәр хәүеф аҫтына ҡуйыла, был ғәҙел дә. Ысынында, яңы технологиялар һәм мөмкинлектәр булдырылһа, икенсе яҡтан, ошо технологияларҙы булдырған, фирма етәкселәре булған бай кешеләр һәм уларҙа эшләгәндәр араһында айырма ныҡ һиҙелә. Иҡтисады үҫешкән көнбайыш илдәре, шулай уҡ Рәсәй өсөн дә, байҙар һәм ярлылар араһында айырма көнүҙәк мәсьәлә булып тора", - тип белдерә Антон Силуанов.
Фото: admber.ru
Читайте нас