Социаль мәсьәлә
8 Марта 2020, 09:25

Бирешмә, Айгөл!

Яҡташыбыҙҙы мәскәүҙәр ҡотҡарыр тип өмөтләнәбеҙ...

Бөгөн төндә Мәскәүҙәге Кулаков клиникаһына, төрлө ҡаршылыҡтарҙан һәм икеләнеүҙәрҙән һуң, 34 йәшлек әсәне махсус авиарейс менән илттеләр. Иртәнге сәғәт 10-да Айгөл дауаханала ине инде, тип хәбәр итә ProUfu порталы.
Билдәле булыуынса, йөклө әсәгә операция яһап, сабыйын ҡулға алалар. Тик ниндәйҙер көтөлмәгән сәбәптәр менән ҡатындың хәле насарлана һәм ул реанимацияға эләгә. Мәскәүҙең Кулаков исемендәге акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология милли медицина үҙәге белгестәре Өфөгә 3 мартта уҡ килеп еткән була. Улар ҡатынды мотлаҡ илдең баш ҡалаһына илтергә тәҡдим итә.
Әммә, үкенескә күрә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус борты дәүләт гарантиялары программаһына индерелмәгән, шуға күрә аҡса йыйыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ҡатындың туғандары 1,5 миллион һум туплау өсөн тырыша. Аҙаҡ Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бөтә юл сығымын үҙ өҫтөнә алыуы асыҡлана. Министр Максим Забелин шундай ҡарарға килде, ти ҡатындың туғандары.
"Беҙ ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Әле 700 мең һум аҡса йыйылған. Уның һәр тине дауалауға һәм реабилитацияға тотоноласаҡ, ҡалған өлөшөн хәйриә фондтарына тапшырасаҡбыҙ", - ти Айгөлдөң хәләл ефете Борис. - Бер ҙур аҙым яһалды, хәҙер йәшәү өсөн көрәш башлана".
Тәжрибәле Мәскәү табиптарының яҡташыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуына бик өмөтләнәбеҙ. Бирешмә, Айгөл!
Фото: ProUfu
Читайте нас