Инорс биҫтәһендә урамда иҫһеҙ ятҡан уҡыусы баланы өлкәндәр күреп ҡалған. Асыҡланыуынса, малай етенсе класта уҡыған. Баланы ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар, табиптар уның билдәһеҙ матдә менән ағыуланыуын әйткән.
Өҫтәүенә баланың баш мейеһе һелкенгәнлеге асыҡланған. Аңын юғалтып ергә йығылғанда башы менән ныҡ һуғылған. Табиптар малайҙың ғүмере өсөн көрәшкәндә, полиция хәлдең сәбәбен асыҡларға тырыша. Белеүебеҙсә, үҫмерҙәрҙең билдәһеҙ матдәләр менән ағыуланыуы беренсе тапҡыр түгел. Яңыраҡ Инорстағы сауҙа үҙәгенән ошондай уҡ ауырыу билдәләре менән ҡыҙ баланы дауаханаға илткәйнеләр. Ата-әсәләргә ғәзиз балалары менән нығыраҡ аралашырға кәңәш итәбеҙ, мәктәптәге хәлдәре, кем менән дуҫ булыуҙары тураһында хәбәрҙар булырға саҡырабыҙ. Яңғылыш баҫҡан бер аҙымдың киләсәккә яҡты уйҙарҙы юҡҡа сығарыуы ихтимал.