Социаль мәсьәлә
9 Марта 2020, 08:30

Исем һайлау анһат булмаһа ла...

Беҙ ҙә ошо шатлыҡлы ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йортонда ғаиләнең яңы ағзаһы тыуыуы тураһында документтарҙы тантаналы шарттарҙа ата-әсәләрҙең ҡулдарына тотторҙолар.

Бала тыуыуын дәүләт теркәүе тураһында документтар тапшырыу буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла башланы. Әлеге көндә ул Өфөләге ике медицина учреждениеһында – 3-сө бала табыу йортонда һәм Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында тапшырыла.
Беҙ ҙә ошо шатлыҡлы ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йортонда ғаиләнең яңы ағзаһы тыуыуы тураһында документтарҙы тантаналы шарттарҙа ата-әсәләрҙең ҡулдарына тотторҙолар. Был проектты уңышлы башҡарыу өсөн ведомстволарҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәм эшләүе кәрәк.
Проекттың маҡсаты ябай – йәш ата-әсәләрҙе артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарыу, ҡиммәтле минуттарҙы ғаилә өсөн һаҡлау. Тик шуныһы, йәш ата-әсәгә исем уйлауҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Был эштең уйын эш түгеллеген аңлаһаҡ та, алдараҡ кәңәшләшергә, тиҙерәк бер ҡарарға килергә тура килер.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Читайте нас