Социаль мәсьәлә
9 Март 2020, 18:20

Марселдең изге эшен дуҫтары дауам итәсәк

“Беҙ бәхетебеҙҙе һынап ҡарау өсөн Павленко грантына ғариза яҙҙыҡ. Бөгөн билдәле булыуынса..."

Яман шештән мәрхүм булған Өфө егете Марсель Иманғоловтың сирле килеш алып барған изге эштәре тураһында быға тиклем байтаҡ яҙма тәҡдим иткәйнек.
Бер нисә йыл дауамында ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көрәшкән егет башҡаларҙы был афәттән аралау маҡсатында “Йөрәктәргә еткереү” тип аталған видеопроект алып барҙы. Ул был башланғысы менән яман шештән яфаланғандарға һүҙ, кәңәш аша ла, дарыуҙар яҙҙырып алыу, донорҙар табыу йәһәтенән дә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Марселдең дуҫтары уның видеопроектын дауам итергә ҡарар иткән. “Беҙ бәхетебеҙҙе һынап ҡарау өсөн Павленко грантына ғариза яҙҙыҡ, сөнки башҡа сығанаҡтарҙан финанслауға эйә түгелбеҙ. Бөгөн грант яулауыбыҙ билдәле булды һәм беҙ артабан да эште дауам итәсәкбеҙ. Проект рак сиренә юлыҡҡан кешеләр менән әңгәмәләрҙе үҙ эсенә аласаҡ. Кешеләр онкологиянан ҡурҡмаҫҡа, был ҡурҡыныс сиргә юлыҡҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклекте белергә, аңларға тейеш”, - тип яҙҙы егеттең яҡындары.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас