Алдағы йылдарҙа бәлиғ булмаған балаларҙы юл хаҡын түләмәгән өсөн төндә, теләһә ҡайҙа, ҡараңғыла ҡалдырып киткән осраҡтар халыҡты һағайтты. Закон проекты балаларҙың сәләмәтлегенә, хәүефһеҙлегенә туранан-тура ҡағыла. Һыуыҡта йәки билдәһеҙ урында ҡалдырылған баланың ғүмеренә ҡурҡыныс янауы ихтимал. Яңы документ граждандар һәм контролерҙар араһындағы мөнәсәбәтте яйларға, контролерҙарҙың полномочиеларын асығыраҡ билдәләргә ярҙам итәсәк.