Социаль мәсьәлә
14 Марта 2020, 08:15

Әкиәт донъяһына мөғжизәле сәйәхәт

Оло Ыҡтамаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Мәсетле районының үҙенсәлекле балалары өсөн "Принц һәм принцесса" балы ойошторолдо.

Оло Ыҡтамаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Мәсетле районының үҙенсәлекле балалары өсөн "Принц һәм принцесса" балы ойошторолдо. Шат ҡыҙ-малайҙарҙы матур итеп кейенгән король менән королева ҡаршылап, кескәйҙәрҙе изгелек хакимлыҡ иткән әкиәт донъяһына алып инде.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин балаларҙы йылы тәбрикләп, "Бөгөнгө сағыу сара киләсәктә матур йолаға әүереләсәк. Ә бындай күңелле байрамдар балаларға айырыуса кәрәк", - тине. Сығышы һуңында район башлығы һәр кемгә байрам кәйефе, һаулыҡ теләне.
Кескәй принц һәм принцессалар балда йырлап, уйнап, бейеп күңел асты. Кисә үҙенсәлекле балалар өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде, уларҙың йөҙө нурға күмелде, күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары һүнмәне. Балалар ололарҙың бүләгенә шатланып бөтә алманы, рәхмәт тойғоһон еткерҙе.
"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының урындағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Зилә Рәхимҡолова байрамға матур итеп кейенеп килгән балаларҙы махсус бүләктәр менән билдәләһә, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Йәштәр үҙәге белгестәре фотозона менән ҡыуандырҙы. Бынан тыш, уйын зоналары ла ойошторолоп, балалар унда рәхәтләнеп ял итте. Шәхси эшҡыуар Наталья Зырьянова иһә балаларҙы тәмле һуттар, ризыҡтар менән һыйланы.
Әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы, һәр бала саранан матур тәьҫораттар алды.
"Байрам юғары кимәлдә үтте, балалар хәтерендә ул оҙаҡ ваҡыт һаҡланасаҡ әле. Малай-ҡыҙҙар ололарҙың ныҡлы иғтибарын тойҙо, дәрт-дарман алып таралышты", - тине Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Анфиса Ишмөхәмәтова.
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Фотолар: Мәсетле районы хакимиәте.
Читайте нас