Социаль мәсьәлә
16 Марта 2020, 07:30

“Балапан”дар бәхет өләште

Учалы районы Комсомольск ауылының "Балапан" өлгөлө балалар театры (режиссеры - Ринат Сиражетдинов) яҡташтары Фәниҙә Исхакованың "Зәңгәрсәс" исемле әҫәрен сәхнәләштергән.

Учалы районында йәшәүсе гәзит уҡыусыбыҙ Фәнүзә Зөлҡәрнәйева социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Учалы районы Комсомольск ауылының "Балапан" өлгөлө балалар театры (режиссеры - Ринат Сиражетдинов) яҡташтары Фәниҙә Исхакованың "Зәңгәрсәс" исемле әҫәрен сәхнәләштергән.
Тамаша бик күркәм килеп сыҡҡан. Иң мөһиме – балалар бәләкәстән ижадҡа, сәнғәт донъяһына ғашиҡ булып үҫә. Әйткәндәй, спектаклдә Фәнүзә Зөлҡәрнәева һүҙҙәренә Булат Пиргалин көй ижад иткән "Бәхет өсөн яралғанбыҙ" йыры башҡарыла. Бына уның һүҙҙәре:
Бәхет өсөн яралғанбыҙ,
Тыуғанбыҙ бәхет өсөн.
Бәхетле булайыҡ, тиеп,
Был ерҙә йәшәй кеше.

Бәхете, ризығы менән
Һәр бала тыуа, тиҙәр.
Һау ғына була күрһендәр
Атайҙар һәм әсәйҙәр.

Бәхет – тыуған ерҙә йәшәү,
Туған телде ололау.
Күңелеңә илһам алып,
Туған телдә йыр йырлау!
Комсомольский ҡасабаһында йәшәгән һәләтле балаларға, уларҙы ойоштороп, ижадҡа һөйөү уятҡан ололарға афарин тип әйтергә генә ҡала.
Фотолар: Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән.
Читайте нас