10 марттан 20-һенә тиклем Краснодар крайында балалар йортонда һәм етем балалар өсөн мәктәп-интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн “Күтәрелеү-2020” Бөтә Рәсәй шахмат бәйгеһе үтә. Йәш эрудиттар араһында бишенсе тапҡыр уҙғарылған сараны Рәсәй шахмат федерацияһы йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.
Сочи ҡалаһындағы бәйгелә Рәсәйҙең 29 төбәгенән 46 команда ҡатнаша, Башҡортостан данын өс егеттән һәм бер ҡыҙҙан торған команда яҡлай. Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡорт республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре икенсе тапҡыр көсөн һынай. Йәштәрҙең уҡытыусыһы - Федор Тиманкин, ул “Толпар” интеллектуаль уйындар клубында эшләй.
Быйылғы сара үҙенсәлекле: ул “Йыһан – Ер” шахмат матчының 50 йыллығына арналған, ҡатнашыусы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бихисап тематик саралар үткәрелә. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru