Социаль мәсьәлә
20 Марта 2020, 16:45

Табиптарға нимәләр ҡамасаулыҡ тыуҙыра?

Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡала мэры Өлфәт Мостафинға рәсми хат менән мөрәжәғәт иткән.

Өфөнөң "Ашығыс ярҙам" станцияһы баш ҡала урамдарында өйөрө менән йөрөгән берәҙәк эттәргә зарлана. Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡала мэры Өлфәт Мостафинға рәсми хат менән мөрәжәғәт иткән.
Улар белдереүенсә, Өфөнөң ҡараңғы мөйөштәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡараусыһыҙ эттәр ташланған осраҡтар булғылаған. Өҫтәүенә урамдарҙың тейешенсә яҡтыртылмауы хәүеф тыуҙыра, тип зарлана фельдшерҙар. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә пациенттарға тиҙерәк барып етеү өсөн тағы бер ҡаршылыҡ ҡамасаулай. Ул да булһа, ҡайһы бер йорттарҙа урам исемдәре һәм йорт номерҙары күрһәтелгән табличкаларҙың ҡуйылмауы.
Фото:Pro Ufu
Читайте нас