Социаль мәсьәлә
26 Марта 2020, 11:00

13 граждан табиптар күҙәтеүендә

Учалыла әлегә борсолорға сәбәп юҡ, әммә...

Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә ҡаралған төп мәсьәлә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларының үтәлешенә арналды.
Учалы ҡала үҙәк дауаханаһының баш табип урынбаҫары Жанна Балясова хәбәр итеүенсә, районда киҫкен респиратор инфекциялар һәм пневмония менән ауырыу кимәле эпидемик яҡтан тотороҡло тип баһалана һәм кәмеүгә бара, коронавирус менән ауырыусылар юҡ.
Инфекция буйынса имен булмаған сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандар даими медицина күҙәтеүе аҫтында. Бөгөнгә 13 граждан табиптар контролендә, шуларҙың һигеҙе Ҡытайҙан ҡайтҡан.
Поликлиникала инфекция буйынса имен булмаған илдәрҙән ҡайтҡан граждандарға медицина учреждениеһына килмәйенсә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырыу ойошторолған, вирусҡа ҡаршы препараттар, дезинфекциялау һәм һаҡланыу саралары запасы булдырылған, “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй, сирлеләр буйынса даими мониторинг алып барыла.
Районда аҙыҡ-түлеккә һәм башҡа тауарҙарға хаҡтарҙы контролдә тотоу буйынса хакимиәттең иҡтисади үҫеш бүлеге тарафынан даими мониторинг уҙғарыла. Ошо маҡсатта урындағы алты сауҙа ойошмаһы, бер федераль һәм ике дарыухана селтәре иҫәпкә алынған.
Мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова әйтеүенсә, 2 апрелдән уҡыусылар дистанцияла уҡыуға күсергә тейеш, бөтә методик күрһәтмәләр әҙер. Өйҙәрендә интернет булмаған балалар өсөн дә саралар планы раҫланған.
Учалылағы балалар баҡсаларында карантин шарттарының нисек үтәлеше, санитар-эпидемиологик талаптар торошо ла даими контролгә алынған.
Автотранспорт предприятиеһы һәм ҡала автовокзалы вәкилдәре бәйән итеүенсә, ҡала һәм район биләмәләре маршруттарын хеҙмәтләндергән автобустар, автовокзал бинаһы даими дезинфекциялана, водителдәр битлектәр кейә.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов әлегә борсолорға сәбәп булмаһа ла, мәсьәләнең етди булыуын һәм һәр кемдән ҙур яуаплылыҡ талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас