Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг үтте. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әлеге ваҡытҡа республикала дүрт кеше инфекция йоҡторған, шул иҫәптән бәлиғ булмаған бер бала.
Уларҙың хәле тотороҡло, ҡәнәғәтләнерлек, бөтә тейешле дауа тәғәйенләнгән. 72 кеше, шул иҫәптән 10 бала, стационарҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында. Бөгөндән башлап өҫтәмә рәүештә йәнә дүрт лаборатория эш башлаған. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, ошо ваҡытҡа тиклем 2610 биологик материал тикшерелгән, шуларҙың 715-е – икенсе тапҡырға. Был һан көндән-көн артасаҡ ҡына.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге начальнигы Олег Мәүлетов белдереүенсә, Рәсәйҙә коронавирусты йоҡтороусылар һаны арта, иң күп осраҡтар Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә теркәлә. 38 кеше һауыҡҡан.
Брифингта, ғәҙәттәгесә, дарыуханаларҙа битлектәр булмауына зарланған һорауҙарға яуап бирелде. Максим Забелин әйтеүенсә, федераль ойошмаларҙан 400 мең дананан ашыу битлек килеүе көтөлә, улар медицина учреждениелары һәм халыҡ менән эшләгән ойошмаларға таратыласаҡ, ҡалғаны дәүләт дарыуханаларына оҙатыласаҡ. Үзбәкстандан битлек тегеү өсөн сеймал килеүе көтөлә. Был ҡырҡыу мәсьәлә хәл ителә, тине министр.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников хәүефле осорҙа өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү мөһимлегенә, республикала хәстәрлеккә мохтаж яңғыҙ һәм инвалид 34 мең кеше булыуына, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ирекмәндәрҙең эш башлауына туҡталып, һорауҙар менән ошо телефонға мөрәжәғәт итеүҙәрен үтенде: 8-800-201-89-03.
Изоляция режимын боҙғандар менән һөйләшеү ҙә, саралар ҙа ҡаты буласаҡ, тип иҫкәртелде брифингта.