Иглин районында ишле ғаиләгә йорт һатып алыуға алты миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта ун йыл торғандан һуң теләгенә иреште. Ниһайәт, ғаилә иртән бер өҫтәл артына йыйылып сәй эсә ала.
- Мин һәр ваҡыт ҙур ғаилә тураһында хыялландым. Иҫке өйҙә ике сменала ашай торғайныҡ, яңы шарттарға өйрәнеп киләбеҙ, - ти хужабикә Елена Четырбок. - Сират еткәс, беҙгә өй алыу өсөн 6 миллион 19 мең һум аҡса бирҙеләр. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы.
Был ваҡытҡа балаларҙың ҡайһылары таралышып та бөтә, улдары – армияла, ҡыҙҙары – кейәүҙә. Әммә оло улдары ата-әсәһенә ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер.
Иван фермала ат ҡарай. ”Мин ҡалаға китергә йыйынмайым, ауыл тормошо күңелгә ныҡ яҡын”, - ти егет. Ата-әсәнең әйтеүенсә, балалары бәләкәй саҡтан ярҙамсы булып үҫкән. ”Беҙгә ҡарап эшкә өйрәнделәр, нимә эшләһәк тә, уртаһында булдылар”, - ти әсә.
Ғаилә яңы мөхиттә йәшәргә өйрәнә. Әсә кухняның ҙурлығына һөйөнһә, балаларға уйын бүлмәһенең иркенлеге оҡшай. Тик ғаилә әлегә тулы көйөнсә йыйыла алмай. Четырбок ғаиләһе улдарының армиянан ҡайтыуын көтә.