Инйәр Белорет районында ғына түгел, республикала ла ҙур ауылдарҙан һанала. Демографияла ыңғай динамиканың күҙәтелеүе бөгөн ултыраҡта йәшәү кимәленең юғары икәнлеген дәлилләй.
Инйәрҙә 2511 йортта биш меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 1068-е – уҡыусылар, 702-һе – мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар. Күп балалы 115 ғаилә иҫәпләнә. Халыҡ шәхси хужалығында мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә.
Хеҙмәт йәшендәгеләрҙең күбеһе тимер юл станцияһында, ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан “Көньяҡ Урал” дәүләт ҡурсаулығында һәм башҡа предприятие-учреждениеларҙа хеҙмәт итә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ, һуңғы биш йылда ғына туғыҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән. Никахҡа инеүселәр һәм яңы тыуған сабыйҙар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл ғына ла 48 сабый донъяға ауаз һалған. Ултыраҡта ике балалар баҡсаһы иҫәпләнһә лә, сират ҙур була, быға тиклем 200-ләп бала тиҫтерҙәре менән баҡсала бергә уйнауҙы түҙемһеҙләнеп көтә.
Ауыл халҡына шатлыҡ өҫтәп, күптән түгел ултыраҡта яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлә башлай һәм “Демография” милли проектына ярашлы ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында тормошҡа ашырыла.
– Яңы балалар баҡсаһы төҙөү Инйәр өсөн күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине, сөнки ауылыбыҙ йылдан-йыл үҫә, йәштәр ситкә китергә ашҡынып бармай, яңы йорттар һалып, үҙебеҙҙә төпләнә. Объектҡа 2018 йылдың көҙөндә нигеҙ һалынғайны, йыл ярым эсендә мөһабәт бина ҡалҡып сыҡты. Районыбыҙҙа байтаҡ социаль объекттарҙы төҙөп, үҙҙәрен ышаныслы партнерҙар итеп танытҡан “Геострой” йәмғиәте үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға төҙөлгән ике ҡатлы объект мәктәпкәсә йәштәге 140 бала өсөн иҫәпләнгән, – тип ҡыуанысын йәшермәй ауыл советы хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов.
Эйе, быға тиклем Инйәрҙә эшләп килгән ике баҡса теләүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алмай ине.
– 230 бала йөрөргә тейеш булһа ла, ата-әсәләрҙең үтенесен иҫәпкә алып, төрлө мөмкинлектәр табып, 300 кескәйҙе ҡабул итергә мәжбүр булдыҡ. Яңы баҡса ошо проблеманы хәл итте: хәҙер Инйәрҙә 3 йәштән алып бөтә балаларға ла урын етерлек. Өҫтәүенә, 22 яңы эш урыны ла булдырылды. Учреждениела сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн логопед, физик тәрбиә буйынса инструктор, педагог-психолог та эшләйәсәк, – тине балалар баҡсаһы мөдире Алена Күсәрбаева.
Балалар баҡсаһы ауылдың иң үҙәк урамында урынлашҡан. Уның төҙөлөп бөтөүенә бигерәк тә ата-әсәләр шат.
– Ҡыҙыбыҙ Элинаға 4 йәш, быға тиклем элекке баҡсала тәрбиәләнде, улыбыҙ Артемға ике йәш тула. Алла бойорһа, икеһе лә яңы төҙөлгән балалар баҡсаһына йөрөйәсәк.
Яңы бина бөтә талаптарға ла яуап бирә. Ҡыҙым йөрөгән иҫке баҡсала иҙәндәр һыуыҡ ине, ҡыш балабыҙҙың һаулығы өсөн борсола торғайныҡ. Ә ҡайһы бер таныштарымдың балалары, баҡсала урын булмағас, өйҙә ултырырға мәжбүр ине.
Балаларыбыҙ яңы баҡсаға барыр көндө түҙемһеҙләнеп көтә. Бында “йылы иҙән” системаһы урынлаштырылған, бүлмәләр ҙур, зауыҡ менән биҙәлгән. Республика, районыбыҙ етәкселегенә, беҙҙең проблемаға иғтибар итеп, яңы балалар баҡсаһы төҙөүҙе хәстәрләгәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти Элина Ғафарова.
Баҡсаның дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метр самаһы. Балаларға бында уңайлы шарттар булдырылған: кескәйҙәрҙең йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бина заманса мебель менән йыһазландырылған, уйнау һәм үҫешеү өсөн төрлө ҡорамалдар урынлаштырылған. Логопед, педагог-психолог, тыуған яҡтың тәбиғәтенә арналған кабинеттар ҙа бар. Йоҡо бүлмәләре иркен, унда тыныс һәм уңайлы.
Физкультура залы кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән тренажерҙар менән йыһазландырылған. Швед стенаһы, йүгереү юлдары, батут та бар, спорт ҡорамалдары ла күп.
Музыка залы төрлө байрам саралары уҙғарыу өсөн бик ҡулай, мөйөштә пианино урын алған. Медпункт та заман талаптарына яраҡлаштырылып йыһазландырылған, кәрәкле медицина препараттары менән тәьмин ителгән.
Аҙыҡ-түлек блогы үҙе генә бер нисә бүлмәнән тора. Йәшелсә, он, ит цехтары бар, һыуытҡыс өсөн дә айырым бина ҡаралған. Әҙер аҙыҡ икенсе ҡаттағы төркөмдәргә лифт аша оҙатыла.
Бинала шулай уҡ кер йыуыу бүлмәһе лә бар, унда өс автомат машинаһы, киптереү һәм үтекләү аппараттары урынлаштырылған. Балалар баҡсаһы үҙәкләштерелгән газ ҡаҙанлығынан йылытыла, дөйөм селтәр аша һыу менән тәьмин ителә.
Ғөмүмән, балалар баҡсаһының проекты бар нескәлектәрҙе күҙ уңында тотоп, уңайлы итеп эшләнгән. Кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн һәр төркөм бүлмәһенә һәм биләмәгә видеокамералар ҡуйылған, ингән урында вахтер һәр кешенең исем-шәрифен теркәп бара.
Ихатаға беседкалар ҡуйылған, ҡомда уйнау майҙансыҡтары, бәүелсәктәр, эскәмйәләр урынлаштырылған.
– Төҙөкләндереү эштәре әлегә тамамланмаған, көндәр йылынғас, йәшелләндереү, бордюрҙарҙы ипкә килтереү, ҡом килтереү һ.б. эштәр еренә еткереләсәк, – ти Алена Владимировна.
Белорет районында ошо көндәрҙә шундай уҡ йәнә бер баҡса сафҡа инде, Абҙаҡ ауылы тарихында ул – беренсе балалар баҡсаһы. Был ултыраҡта ла демография буйынса ыңғай күрһәткестәр күҙәтелә. Баҡсаға йөрөр өсөн 1,5 йәштән 6,5 йәшкә тиклемге 141 бала яҙылған.
Яңы объекттарҙы асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, объект төҙөлөшөнөң дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы вәкилдәре, подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәселәр ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында, балалар ғына булмай.
Бар кешелекте хафаға һалған күренмәгән дошман, һис шикһеҙ, тиҙ арала еңелер, донъялағы, илдәге хәлдәр тотороҡланыр һәм яңы биналар балаларҙың шат ауазына күмелер, тигән ышаныста ҡалайыҡ, иншаллаһ.