Социаль мәсьәлә
14 Апреля 2020, 11:29

Күсмә медицина пункттары ҡайтарылды

Һуңғы йылдарҙа ауыл еренә йәш табиптарҙың ҡайтыуы матур күренешкә әйләнә бара. Йылайыр үҙәк дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитовтың үҙ иңенә яуаплы бурысты алыуына күп ваҡыт та үтмәгән. Әммә ул бында сит кеше түгел, бынан бер нисә йыл элек район поликлиникаһында табип булып эшләгән, үҙ иңендә етәксе вазифаһын да тартҡан.

Һуңғы йылдарҙа ауыл еренә йәш табиптарҙың ҡайтыуы матур күренешкә әйләнә бара. Йылайыр үҙәк дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитовтың үҙ иңенә яуаплы бурысты алыуына күп ваҡыт та үтмәгән. Әммә ул бында сит кеше түгел, бынан бер нисә йыл элек район поликлиникаһында табип булып эшләгән, үҙ иңендә етәксе вазифаһын да тартҡан.


Иркутск өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөгән Илдар Арыҫлан улына район етәкселеге ҡайтырға тәҡдим яһағас, ул һис икеләнеүһеҙ Йылайырға эшкә килә. Һәм был аҙымына һис тә үкенмәй.
Йәш һәм дәртле етәксе Илдар Хәмитов райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бер аҙ байҡау яһап:

– Беҙҙә бөтәһе 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт табиплыҡ амбулаторияһы, район үҙәк дауаханаһы бар. Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Бирҙәш һәм Анновка ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Киләсәктә тағы ике ауылда, атап әйткәндә, Байғужа менән Сидоровкала ошондай уҡ заман талаптарына яуап биргән модулле ФАП-тар төҙөлөүенә өмөт итәбеҙ. Шуны ла әйтергә кәрәк: Анновкала “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә килгән Гөлфиә Аҡҡужина эшләй.
“Ауыл табибы” программаһы тормошҡа ашырылғас та, төрлө йылдарҙа эшкә ҡайтҡан белгестәрҙең һаны тиҫтәгә етте. Әммә был һан районға кәрәк булған табиптар һанын тулыландырып бөтмәне, беҙгә тағы ла акушер-гинеколог, невролог, хирург кеүек табиптар етешмәй. Район етәкселеге менән берлектә был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, юғары һәм урта медицина уҡыу йорттарында белем алған район студенттарын, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән дә буласаҡ аҡ халатлыларҙы үҙебеҙгә эшкә саҡырабыҙ. Улар торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ башҡа төрлө дәртләндереү юлдары ҡаралған.

Йылайыр районында йәшәгән халыҡтың күпселегендә йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдары, ашҡаҙан сире даими күҙәтелә.
Ауыл кешеләренең күбеһе үҙ ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итмәй, шунлыҡтан күп осраҡта сир аҙып китә. Шуға күрә лә һәр кем үҙ һаулығына иғтибарлыраҡ булһын ине. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеү мөһим икәнлеген онотмаһындар.

Әйткәндәй, беҙҙең районға республикала тәүге­ләрҙән булып күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡайтарылды. Әле уның ярҙамы менән төпкөл ауыл­дарҙа йәшәгән 200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндереп тә өлгөрҙөк. Белеүегеҙсә, был пункттар ПАЗ автобусы базаһында урынлашҡан һәм барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Халыҡҡа диспансерлаштырыу үткәреүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. 20 кешегә өҫтәмә табип тикшеренеүе үтеү маҡсатында йүнәлтмәләр бирелгән. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр күсмә ФАП ауылдарға йөрөүҙе дауам итә.
Читайте нас