Һис шикһеҙ, әлеге осорҙа республика халҡы ғына түгел, тотош ил, хатта Ер шары бығаса күрелмәгән тарихи осор кисерә: кешелек замандың иң хәтәр күренеше – биологик көрәш юлында. Уйлап ҡараһаң, башҡа һыймаҫлыҡ кеүек: мәмерйә кешеһенән алып хайран ҡалырлыҡ алдынғы технологиялар булдырған заманға еткән ҡәүемебеҙ бөгөн күҙгә күренмәгән дошман – микробтар менән көрәшергә мәжбүр. Әммә бер-бер артлы төрлө ил-ҡәүемдәрҙе тубыҡландырған ҡоротҡос коронавирусҡа күп ҡалманы тип өмөтләнәйек: кешелек уны еңеү юлында, тик сабырлыҡ, түҙемлек һәм... тәртип кәрәк.
...Ағымдағы аҙна коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән республикала күрелә башлаған саралар осоронда иң тынғыһыҙҙарының береһе булды. Мәғлүм булыуынса, 6 апрелдән Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы карантин режимында эшләй, унда меңдән ашыу кеше бикле ҡала һәм ҡәһәрле вирус менән көрәшә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы даими ойошторған онлайн брифингтарҙа мәғлүм булыуынса, унда әлеге ваҡытта тулыһынса эшлекле мөхит булдырылған, дауахананы коронавирус менән көрәшеү госпиталенә әйләндереү эштәре дауам итә. Govid-19 инфекцияһы менән сирлеләр терапия корпусына эвакуацияланған. Дарыуҙар, кәрәк-яраҡ, һаҡланыу саралары унда тулыһынса етә, хатта запас булдырылған. Унан тыш, дауахана хеҙмәткәрҙәре араһында zomm-форматта бәйләнеш булдырылған, хеҙмәткәрҙәр хәҙер үҙ-ара аралаша ала, сөнки карантин режимында булғас, нигеҙҙә, һәр табип махсус костюмда бер үҙе эшләргә мәжбүр.
Ошо аҙнала шулай уҡ баш ҡаланың эре медицина учреждениеларының береһе – 21-се дауаханаһы карантинға ябылған.
Ҡурҡыуға бирелергә ярамай
Ғөмүмән, коронавирус менән сирләгән пациенттар ҡайһы дауаханаларҙа ята? 15 апрелдә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин госпитализацияланған 116 сирленең 29-ы Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, баш ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында – 56, Дим биҫтәһендәге госпиталдә – һигеҙ кешенең, шулай уҡ Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Сибай, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Дүртөйлө, Туймазы ҡалаларындағы, Бөрйән, Ейәнсура райондарындағы дауаханаларҙа ла коронавирус менән сирләгән кешеләрҙең барлығын әйтте.
Республикалағы ике дауаханала экстракорпораль мембраналы оксигенация аппараты (ЭКМО) бар: береһе Ғ. Ҡыуатов исемендәге дауаханала, икенсеһе Дим биҫтәһендәге госпиталдә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был ҡорамал үпкә һулау функцияһын юғалтҡанда ҡулланыла, ошо ағза протезы ролен үтәй һәм үпкәне яһалма елләтеү аппараттарынан ҡеүәтлерәк тип иҫәпләнә.
Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостанға Ҡытайҙан ярҙамға табиптар килгән икән тигән хәбәргә ҡарата иһә Максим Забелин Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша рәсми рәүештә бер генә Ҡытай табибы ла килгәне юҡ, тип белдерҙе.
Коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе ҡан ҡойоу юлы менән дауалау һөҙөмтәле икән, тигән хәбәргә лә Максим Забелин асыҡлыҡ индереп үтте:
– Был мәсьәлә тикшерелә, хеҙмәттәштәрҙең тәжрибәһе өйрәнелә. Әлегә был эш, нигеҙҙә, Мәскәүҙә фәнни-тикшеренеү кимәлендә башҡарыла. Беҙҙә иһә был юлды Республика ҡан ҡойоу станцияһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты өйрәнә. Әгәр ҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының методик тәҡдимдәре менән хуплана икән, беҙҙә лә был ысул ҡулланыласаҡ, – тине ул.
Сирлеләрҙең йәшенә килгәндә, ведомство етәксеһе Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған кешеләрҙең ике процент самаһын бәлиғ булмағандар тәшкил итеүен, пациенттарҙың 85 проценты 18-ҙән 65 йәшкәсә булыуын билдәләп үтте.
Вафат булғандарға килгәндә, коронавирустан үлгән бер пациентҡа 33 йәш булған. Ул – Мәсетле районынан, шәкәр диабетынан яфаланғаны мәғлүм. Икенсе пациентҡа – 52 йәш, ул – Стәрлетамаҡтан. Бығаса киҫкен лейкоздан дауаланған.
Әммә коронавирус инфекцияһы өсөн сиктәр юҡ: был аҙнала шулай уҡ күңелһеҙ хәбәрҙәр өҫтәлеп торҙо. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин юғары температура һәм һалҡын тейеү билдәләре менән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ тип танылған. Унан, бындай осраҡта талап ителгәнсә, коронавирус инфекцияһына анализ алғандар, ә Совет районы хакимиәте ситтән тороп эшләү режимына күскән, хеҙмәткәрҙәр үҙ-үҙеңде изоляциялауҙа. Хакимиәт бинаһында, барлыҡ бүлмәләрҙә, тышҡы биләмәһендә лә дезинфекция үткәрелгән.
Өфөнөң Октябрь районында ла 122-cе балалар баҡсаһы карантинға ябылды: унда бер сабыйҙың ата-әсәһендә Govid-19 вирусын тапҡандар.
Мәғлүм булыуынса, баҡсаның дежур төркөмөнә 22 сабый йөрөгән.
Шулай ҙа ҡурҡыуға бирелергә ярамай, бөтә эпидемиологик сараларҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк. Әйткәндәй, был йәһәттән ирекмәндәр хәрәкәттәре һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ҡайһы бер ыңғай яңылыҡтарҙы ла барлап үтәйек.
Миҫал өсөн, ошо көндәрҙә Өфөнөң 21-се дауахана табиптарына өр-яңы “Лада-Ларгус” машинаһы тапшырылды. Медиктар улар ярҙамында оло йәштәгеләрҙең хәлен белергә сығасаҡ. Транспорт сараһы “Табиптарға рәхмәт” (“Спасибо врачам”) акцияһы сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән учреждение ҡарамағына тапшырылған.
– Был санитар автомобилен беҙ оло йәштәге кешеләрҙе диспансер күҙәтеү өсөн файҙаланасаҡбыҙ. Тәү сиратта Өфө районында йәшәгәндәргә барасаҡбыҙ. Машинаға төшөрөлгән #СпасибоВрачам логотибы кешеләргә был еңел булмаған ваҡытта табиптар һәр ваҡыт эргәләрендә икәнлеген иҫкәртеп торасаҡ, – ти 21-се ҡала клиник дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Марат Шәрәфетдинов.
Унан тыш, бер “Лада Веста” автомобилен “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәгенә биргәндәр. “Лада Веста” тәүге көндә үк ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙамға йүнәлгән. Олия Әсәҙуллина – карантинға ябылған Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәре. Өйҙә уның ун йәшлек улы һәм күптән түгел операция кисергән оло йәштәге әсәһе ҡарауһыҙ ҡалған. Олия яҡындары өсөн бик борсолоп, ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Улар иһә ярҙам йөҙөнән билдәле ресторандар селтәре әҙерләгән бушлай ризыҡтар һәм аҙыҡ-түлек запасы килтергән.
Ошо ҡатмарлы осорҙо йәмләүсе тағы бер күркәм күренеш: марттан алып Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған, төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла.
БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙизоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ медицина учреждениеларына килгәндәргә дистанциялы термометрия һәм ҡулдарын антисептик менән зарарһыҙландырыу үткәрә, генераль йыйыштырыу яһай, документация менән эшләй, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле кешеләрҙең өйҙәренә рецептар алып бара.
Йәш һәм әүҙем ирекмәндәрҙең эшендә республика Башлығының ҡатыны Каринэ Владимировна Хәбирова ла ҡатнашыуы мәғлүм.
Ирекмән медиктарҙан тыш республикала, ғөмүмән, оло йөрәкле, ҡаһарман булмышлы кешеләрҙең күп икәнлегенә инанабыҙ: Башҡортостандың теге йәки был тарафынан битараф булмаған кешеләрҙең яҡташтарына ярҙам итеүе, ауыр саҡта иңен ҡуйыуы хаҡында хәбәрҙәр алып торабыҙ, шөкөр!
...“Һеҙ беҙҙе арыны тип уйлайһығыҙмы? Эйе, арығанлыҡ тойғоһо бар, әммә эшләгән эшебеҙ кешеләргә ни тиклем шатлыҡ һәм бәхет килтерә! Уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәндән һуң икенсе һулыш асылғандай тойола, артабан эшләргә көс-ҡеүәт барлыҡҡа килә. Һәм беҙ артабан оло йәштәгеләргә дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек алып барыу эшен илһамланып дауам итәбеҙ. Беҙгә ышаныуығыҙ өсөн рәхмәт!” – социаль селтәрҙә студенттар бына ошондай яҙыу ҡалдырған. Эйе, беҙ берҙәм һәм бергә булғанда ғына был ҡәһәрле вирусты тиҙерәк еңеүгә өлгәшәсәкбеҙ!