Социаль мәсьәлә
17 Апреля 2020, 09:21

Йәшәү минимумынан түбән булмай

Эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары быйыл 1 ғинуарҙан 6,6 процентҡа индексацияланғайны. Был 2019 йылға хаҡтар үҫеше индексынан юғарыраҡ.

Эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары быйыл 1 ғинуарҙан 6,6 процентҡа индексацияланғайны. Был 2019 йылға хаҡтар үҫеше индексынан юғарыраҡ.


Артҡандан һуң бер пенсия коэффициентының хаҡы 93 һумға, ә теркәлгән түләү күләме 5 686,25 һумға етте.


Социаль пенсиялар иһә, Рәсәйҙә былтыр пенсионерҙың йәшәү минимумы үҫеш йыл­дамлығын иҫәпкә алып, 1 ап­релдән 6,1 процентҡа индексацияланды.


Шуныһы мөһим: эшләмәгән өлкәндәрҙең минималь пен­сияһы ул йәшәгән төбәктәге пенсионерҙарҙың йәшәү минимумынан бер ваҡытта ла түбән булмаясаҡ. Әгәр пенсия хаҡлы ялдағы кешегә бирелгән башҡа түләүҙәр менән бергә йәшәү минимумынан аҙыраҡ икән, уға социаль өҫтәмә билдәләнә.
Читайте нас