Социаль мәсьәлә
21 Апреля 2020, 11:18

Ҡасҡалаҡтар ҙа, мутлашыусылар ҙа бар

Киҫкен хәл күптәрҙең ысын йөҙөн асты.

Бынан бер нисә көн элек Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны өс йөҙ тирәһенә етте, вафат булыусыларҙың һаны ла артты. Ә бит ни бары ике аҙна элек, ай башында, хәл тотороҡло һәм тыныс һымаҡ ине. Әммә бар донъяны теҙләндергән Covid-19 вирусының аҫтыртын һәм әшәке үҙенсәлеге тап шунда: тойолмай, һиҙҙермәй, күренмәй генә килеп етә лә хәүефле тоҙағына ялмап ала...


Шулай итеп, һуңғы мәғ­лүмәттәр буйынса, республикала 347 сирле теркәлгән, тәүлегенә 52 ке­ше­гә артҡан. 247 кеше дауаханала, 74-е амбулатор шарт­тарҙа дауалана. Икенсе яҡ­тан, тотош йәмғиәт менән ҡә­һәрле дош­манға ҡаршы кө­рәшкәндә, ошо хәлдән фай­ҙаланып ҡалырға теләгән ке­шеләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, респуб­ликаның Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак уларҙың ойошмаһы исеменән мутла­шыусыларҙың әүҙемләшеүе хаҡында белдерҙе. Баҡтиһәң, баш ҡаланың Шәфиев урамында урынлашҡан бер фирма вәкилдәре үрҙә телгә алынған ойошма исеменән бер нисә мең һумға санитар китаптар, коронавирус шарттарында ҡала буйлап йөрөй торған белешмәләр һәм баш­ҡа документтар эшләп би­рергә вәғәҙә итә, имеш. Анна Казак был хәлдең Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ҡағылышы булмауын, шундай хәлгә юлығыусылар та­былһа, туранан-тура уларҙың ойош­маһына йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә саҡырҙы.
Яңылыҡтарға килгәндә, ошо көндәрҙә мәғлүмәти мө­хитте тағы ла бер хәбәр шаң­ҡытты: баш ҡаланың Киров ра­йоны судында Ғ. Ҡы­уатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан үҙ белдеге менән сығып киткән па­циенттарҙы хөкөм ит­кәндәр. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, һүҙ карантин шарттарында па­циент­ҡа әүерелгән учреждение хеҙмәткәрҙәре тураһын­да бара.
Ябылған дауахананан баш­баштаҡлыҡ күрһәтеп сы­ғып киткән пациенттар тура­һында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәт­кәрҙәренә мәғлүм булғас, эште судҡа тиклем еткер­гән­дәр. Пациенттар, беҙҙе табиптар рәсми рәүештә ҡай­тарҙы, тип иҫбатларға ты­рыш­ҡан. Әммә судта асыҡла­ны­уынса, ете пациенттың алты­һы тулы медицина тикшереүе үтмәгән.
Һөҙөмтәлә судья алты ҡас­ҡалаҡты мәжбүри рәүеш­тә да­уаханаға оҙатырға тигән ҡарар сығарған. Әгәр анализдары ике тапҡыр коро­на­вирусҡа кире һөҙөмтә күрһәт­һә, пациенттарҙы өйҙәренә ҡайтарасаҡтар. Бер пациент­ҡа иһә, анализ һөҙөмтә­ләренә ҡарап, судья өйҙә ҡалырға рөхсәт иткән.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында карантин шарттарында эш урынын ташлап китеү ваҡиғаһына баһа бирҙе:

– Карантин шарттарында дауахананы ҡалдырыу – табип этикаһын боҙоу ул.
Һаулыҡ һаҡлау министры бындай белгестәрҙең етеш­мәүен дә әйтте. Мәсьәләне яйға һалыу маҡсатында табиптар өҫтәмә уҡытыла, стажерҙар әҙерләнә, ҡыҫҡа сроклы курстар ойошторола.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак, ни өсөн коро­навирусҡа тапшырған тест һө­ҙөмтәләрен оҙаҡ көтөргә кәрәк, уны гражданға кем еткерергә тейеш кеүегерәк һорауҙарға яуап бирҙе. Әгәр кеше өйҙә ултыра икән, уға беренсе тапҡыр анализ алғандан һуң унынсы көндә икенсегә тест үткәрелеүе фарыз, сөнки организмда коронавирус барлығын, уның инкубация осорон иҫәпкә алып, мотлаҡ бер нисә ҡабат тикшереү мөһим. Ике тапҡыр кире һөҙөмтә булғанда ғына граждандан сикләүҙәр алына.
Яҡшы яңылыҡтар ҙа юҡ түгел: онлайн брифингтарҙың береһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Баш­ҡортостан Башлығының мәҙә­ниәт һәм сәнғәт буйынса кә­ңәшсеһе, Баш­ҡортос­тан­дың халыҡ артисы Асҡар Абдра­заҡов та ҡатнашты. Ул опера театрының йәш солис­тары яҙҙырған видео­яҙманы тәҡ­дим итте. Әлеге ваҡытта артис­тарҙың бары­һы ла өйҙә­рендә. Әммә был хәл уларға балалары менән кәйефте күтәрә торған йыр яҙҙырырға һис тә ҡама­сауламаған, ролик иҫ киткес сағыу һәм йылы килеп сыҡҡан.
Асҡар Абдразаҡов яңы ижади акция ойошторолоуын иғлан итте. Бының өсөн ҡыҙыҡлы сығыш төшөрөргә, уны социаль селтәрҙә #ВместепротивCovid02 хэштегы менән баҫтырырға һәм VmesteProtivCovid02@gmail.com электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас