Халыҡ-ара Балалар ышаныс телефоны көнө алдынан Балаларға ярҙам фонды Рәсәй журналистары өсөн вебинар ойошторҙо. Унда һүҙ Бөтә Рәсәй Балалар ышаныс телефонының ойошторолоу тарихы, эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.
8- 800-2000-122. Был һандарҙы бығаса белмәһәгеҙ, хәтерләп йә теркәп ҡуйығыҙ, сөнки тап ошо телефонға балаларға, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға һәм башҡа граждандарға Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән, ауылдан йә ҡаланан бушлай һәм аноним рәүештә шылтыратып, квалификациялы психолог ярҙамы алырға мөмкин.
2010 йылда был хеҙмәт тәү сиратта балаларға һәм үҫмерҙәргә психологик ярҙам йөҙөнән ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә – тиҫтә йылда ышаныс телефоны туғыҙ миллиондан ашыу шылтыратыу ҡабул иткән, ағымдағы йылдың май айында был һан 10 миллионға тулырға тейеш. Ышаныс телефоны Рәсәйҙең 85 төбәгендә эшләй, шул иҫәптән 67 төбәктә – тәүлек әйләнәһенә. Һуңғы дүрт йылда хеҙмәттең рәсми сайтында 30 меңдән ашыу онлайн консультация бирелгән.
Ышаныс телефонының ун йыллығына арналған, Рәсәй Журналистар союзы ҡатнашлығында ойошторолған вебинарҙа илебеҙҙең төрлө төбәктәренән журналистар ҡатнашты, спикерҙар сифатында билдәле психологтар, Балаларға ярҙам фонды эксперттары, танылған шәхестәр, төрлө төбәктәрҙең социаль хеҙмәт күрһәтеү учреждениелары вәкилдәре сығыш яһаны.
Әлеге ваҡытта илебеҙҙең ҡатмарлы осор кисергәне мәғлүм, сөнки ҡәһәрле коронавирус инфекцияһы беҙ күнеккән тормош рәүешен емерҙе, бығаса күҙгә күренмәгән проблемаларҙы өҫкә сығарҙы. Һис шикһеҙ, аңлашылмаусанлыҡтар балалар-үҫмерҙәр араһында ла, ата-әсәләр менән мөнәсәбәттәрҙә лә бар. Ошо мәлдә ваҡытлы һәм квалификациялы психолог ярҙамы үтә мөһим.
Бөгөн, мәҫәлән, үҫмерлек осоронда ҡәҙимге проблемаларға COVID-19 вирусынан ҡурҡыу, ошоға бәйле стресс кисереү, оҙайлы ваҡытта өйҙә ултырғанға, тынғыһыҙланыу, борсолоу кеүек күренештәр ҙә ҡушыла. Спикерҙар әйтеүенсә, ышаныс телефонына бәйле уйҙырмалар ҙа күп. Мәҫәлән, был һандарҙы фәҡәт суицид тураһында уйҙар булғанда йыялар икән, тип уйлаусылар ҙа бар. Әммә эксперттар әйтеүенсә, был һис тә улай түгел: балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡәҙимге, тормошсан проблемалар борсой. Улар араһында йәштәштәр менән мөнәсәбәт ҡороу; ата-әсәләр менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар; йәшкә бәйле борсолоуҙар һәм һорауҙар өҫтөнлөк итә. Мөхәббәт, енси мөнәсәбәттәр мәсьәләләре, буллинг темаһы ла ситен түгел. Ә ҡайһы саҡта үҫмерҙәр кем менән һөйләшергә белмәйенсә, үҙҙәрен тыңлаған һәм ишеткән кешене эҙләп тә мөрәжәғәт итә.
Ҡайһы саҡта, миҙгелгә ҡарап, психик сирҙәргә дусар булғандар ҙа каналға эләгә. Психологтар уларға ла йүнәлеш бирә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә өйрәтә икән. Ата-әсәләр иһә балаларҙың үҙ-үҙен тотошона бәйле прблемаларға, улар менән уртаҡ тел таба алмағанға күберәк иғтибар бирә.
Ышаныс телефонында оҙаҡ йылдар эшләгән психологтарҙың береһе был эштең еңелдән булмауын, балаларҙың эмоциональ хәлен ипкә килтереү, киҫкен кисерештәр осоронан сығарыу өсөн байтаҡ күңел көсө һалыуын белдерҙе. Психологтар проблеманың төп үҙенсәлектәрен билдәләп, уны артабан хәл итеү юлын тәҡдим итә, эске һәм тышҡы ресурстарҙы табыу, уларҙы бергәләп анализлау барышында шылтыратыусыға психологик ярҙам күрһәтә.
Әлбиттә, был тынғыһыҙ һәм үтә кәрәкле эшмәкәрлекте йәйелдергән, балалар һәм үҫмерҙәрҙең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡарған Ышаныс телефонын ойоштороусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, сөнки һәр шылтыратыу артында – яҙмыш, ғүмер һәм йәшәйешкә бағланған өмөт ята.
Сентябрҙә Ышаныс телефоны үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләргә һәм уларҙың эшмәкәрлеген төрлө яҡлап яҡтыртҡан журналистарҙы пресс-турға саҡыра.