Социаль мәсьәлә
17 Мая 2020, 05:15

106 атайҙың ҡайһыһы еңер?

Ике ғаиләһе лә тарҡала, ике осраҡта ла суд балаларҙы атаһы менән ҡалдырырға ҡарар итә. Күреүебеҙсә, юҡҡа түгел.

Быйыл Йәмәғәт палатаһының иң яҡшы атайҙарға яңы награда тапшырасағы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Иң-иңдәрен асыҡлауы, ай-һай, анһат булмаҫ. Конкурста 106 ир ҡатнашыуы билдәле. Иң өлкән кандидатҡа быйыл 90 йәш тулған, ә иң йәшенә – 28.
Ниндәйе генә юҡ уларҙың – күп бала тәрбиәләүселәре лә, бер ротаға яҡын хәрбиҙәр үҫтергәне лә, яңғыҙ атайҙар, геройҙар, ейәндәрен үҫтереп кеше иткәндәре лә... Шундай өлгөлө атайҙарҙың береһе – Әнәс Әғләм улы Рәҡипов ике никахта тыуған балаларын да бер үҙе ҡарап үҫтергән. Бөтә улдарының да исемдәре “д” хәрефе менән башлана. Тәүге никахта тыуған Денис һәм Давид - үҙҙәре инде күптән атай.
”Атай, улдарығыҙҙың да исеме “д”-нан башланһын, тип ҡуша. Моғайын, традицияны боҙмабыҙ”, - ти уйынлы-ысынлы Денис. Хәҙер Әнәс Әғләм улы икенсе никахта донъяға килгән 17 йәшлек Дамир менән 16 йәшлек ҡыҙы Радмиланы тәрбиәләй. Үҫмер университетҡа уҡырға инергә әҙерләнә, программист булмаҡсы. Радмила атаһы юлын һайлаған: художество мәктәбендә уҡый. Әнәс Әғләм улы бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыға, бер нисә йыл районда архитектор булып эшләй. Ике ғаиләһе лә тарҡала, ике осраҡта ла суд балаларҙы атаһы менән ҡалдырырға ҡарар итә. Күреүебеҙсә, юҡҡа түгел.
Фото: Bash.News.
Читайте нас