Социаль мәсьәлә
17 Мая 2020, 13:25

Ике туған ниңә һыйыша алмай?

Ағаһы ҡустыһы Иректе күрергә лә теләмәй. Икеһе лә торлаҡҡа берҙәй хужа булһа ла. Береһе бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа, икенсеһе подъезд төбөндә йәшәргә мәжбүр...

Ирек Шакировты бына бер аҙна инде өйөнә индермәйҙәр. Ағаһы ҡустыһын күрергә лә теләмәй. Икеһе лә торлаҡҡа берҙәй хужа булһа ла. Береһе бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа, икенсеһе подъезд төбөндә йәшәргә мәжбүр.
Участка полицейскийының һүҙе бер:”Судлашырға кәрәк!” Күршеләргә лә подъезда кеше йәшәүе оҡшамай, шулай ҙа улар Иреккә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Полиция хеҙмәткәрен саҡырып, мәсьәләне хәл итергә тырышып ҡарағандар, тик бушҡа ғына. Күршеләр ир өсөн адвокатҡа аҡса йыйырға әҙерләнә.
"Ирек үҙе артынан йыйыштыра, бысраҡ, сүп-сар ҡалдырмай, - ти күршеләре. - Ул йоҡларға йыйынһа, һыуыҡ булмаһын өсөн подъезды бикләйбеҙ".
Юристар Иректең ағаһы ҡылығында енәйәт билдәләрен асыҡлай, бомж хәленә төшкән иргә мировой судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Ни өсөн туғандар һыйыша алмай, тигән һорауға ла күршеләр асыҡлыҡ индерҙе. Ҡустыһындағы хроник туберкулез сире һәм бер нисә тапҡыр төрмәгә эләгеүе ағаһын биҙҙергәндер, тигән фараз бар. Тик, нисек кенә булмаһын, киҫкен хәл законға ярашлы хәл ителергә тейеш, тип иҫәпләй йортта йәшәүселәр.
Фото: Bash.News.
Читайте нас