Социаль мәсьәлә
20 Май 2020, 14:40

Ҡатын-ҡыҙҙы уҡытҡан ойошмаларға субсидия бирелә

Киләсәктә Башҡортостанда йыл һайын декрет ялындағы 1300-гә яҡын ҡатын өҫтәмә белем алып, квалификацияһын камиллаштырасаҡ.

Башҡортостанда дәүләт (муниципаль) учреждениеларҙан тыш, ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға республика ҡаҙнаһынан өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙы ҡайтанан уҡытыуға, белемен камиллаштырыуға субсидия биреү тәртибе раҫланды.
Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклеме балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Проект нигеҙендә киләһе биш йылда Башҡортостан Республикаһында йыл һайын декрет ялындағы 1300-гә яҡын ҡатын өҫтәмә белем алып, квалификацияһын камиллаштырасаҡ. Йыл һайын был маҡсатҡа 74,1 миллион һум аҡса бүленә, шуның 72,6 миллион һумы – федераль бюджеттан, ҡалған 1,5 миллионы – республика ҡаҙнаһынан.
Программаға ярашлы яңы һөнәри компетенцияға эйә булырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң кәрәкле профессияларға кондитер, икмәк бешереүсе, кассир, ландшафт дизайнсыһы, ашнаҡсы, парикмахер, һатыусы һәм башҡалар инә. Уҡыу ваҡыты – яҡынса өс ай, программала ҡатнашҡан һәр кешегә уртаса сығым күләме – 46,3 мең һум самаһы. Субсидия алыу өсөн эш биреүсе мәшғүллек үҙәгенә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрылығы сайтында күрһәтелгән документтарҙы теркәп, ғариза тапшырырға тейеш.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Читайте нас