Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында 150 урынға иҫәпләнгән күп функциялы мәҙәниәт йорто төҙөлә. Дөйөм хаҡы 63,8 миллион һум тәшкил иткән объектты Башҡортостандың Маҡсатлы социаль программалар фонды финанслай.
Әле бинала стеналарҙы буяу, ишектәр ҡуйыу, плитәләр түшәү эштәре башҡарыла, биләмә төҙөкләндерелә.
"Подрядсылар август аҙағына объектты тапшырырға ниәтләй. "Акрополь" төҙөлөш компанияһына ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүәләр юҡ, бурыстарына етди ҡарап, эштәрҙе графикка ярашлы башҡаралар. Ошо көндәрҙә төҙөлөш барышы менән яҡындан таныштым. Махсус режим талаптары етди күҙәтелә: хеҙмәткәрҙәр бирсәткә, битлек кейеп эшләй", - тине Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин.
Быйыл Ҡариҙел районында өс социаль-мәҙәни объект файҙаланыуға тапшырыла - Ҡараяр менән Яугилде ауылдарында күп функциялы мәҙәниәт йорттары, ә Ҡариҙел ауылының Йәштәр биҫтәһендә күп функциялы мәҙәни үҙәк асыласаҡ.
“Район тарихында мәҙәни объекттарҙың бындай масштабта төҙөлгәне юҡ ине әле”, - тип шатлана ҡариҙелдәр.
Фото Ҡариҙел районы хакимиәтенән.