Социаль мәсьәлә
22 Май 2020, 17:00

Йәш белгестәр ҙә килер

Шишмә районында ике аҙна эсендә ете мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ.

Шишмә районында ике аҙна эсендә ете мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ.
Уларҙы Дмитриевский, Игнатовка, Яңы Уҫман, Түбәнге Тирмә, Әлбәй, Өйҙөрәк, Ураҙбахты ауылдарында ҡороп ҡуясаҡтар. Барыһы ла яңы стандарттар буйынса сафҡа инәсәк - ауыл медицинаһы сифаты буйынса ҡалаларҙыҡынан ҡалышырға тейеш түгел. Тиҙ йыйылған конструкцияларҙан торған ФАП-ты ҡороу өсөн ике-өс көн үтһә, унда ҡоролмалар аҙна тирәһе ҡуйыла.
Ауыл халҡы өсөн бындай медицина ойошмалары бик кәрәк. Айырыуса оло йәштәгеләр бында үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итеүсән. Хаҡлы ялдағы Зәйтүнә Исмәғилева – тап шундайҙарҙан. Ул Ураҙбахты ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына даими килә. Әйтеүенсә, үҙен яҡшы тойһа ла, табиптарҙың кәңәшенә һәр саҡ мохтаж.
Урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Рәүилә Назарова бында 40 йыл эшләй. Ошо ваҡыт дауамында медпункт ике бүлмәлә урынлашҡан, йылытыу селтәре булмаған. Мөдир, яңы медицина учреждениеһы ауыл медицинаһын яңы кимәлгә күтәрер, йәш хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итер, тигән өмөттә.
Райондарҙы яңы ФАП-тар менән йыһазландырыуҙың төп маҡсаты урындарҙа сифатлы эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән. Ошо йәһәттән федераль бюджеттан 270 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумма заманса медицина ҡоролмалары алыу өсөн дә ҡаралған.
"Дөйөм алғанда, фельдшер-акушерлыҡ пункттары 868 мең һумға йыһазландырыласаҡ. Был аҡсаға медицина ҡорамалдары һәм мебель алына. Ә табип амбулаториялары, шул иҫәптән гинекология кабинеттары ла, 1 миллион 390 мең һумға йыһазландырыла", – ти Шишмә район дауаханаһының баш табибы Камил Яппаров.
Шуныһы үҙенсәлекле: бындай ФАП-тарҙы ҡороу күп ваҡытты сарыф итмәй. Тимәк, тиҙҙән шишмәләр ҙә яңы медицина йорттарына ҡыуанып йөрөй башлаясаҡ.
Фото: allufa.ru.
Читайте нас