Социаль мәсьәлә
24 Май 2020, 10:40

Улын аяҡҡа баҫтырған Атай...

Малайҙың диагнозы - церебраль фалиж, мейенең уң ярымшары зарарланған булғас, атлай ҙа, һөйләшә лә алмаған. Ғаилә тарҡалғас, балаларҙы тәрбиәләү тулыһынса атай иңенә төшә.

Ул - һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән улын аяҡҡа баҫтырыуға бөтә ғүмерен арнаған атайҙарҙың береһе.
Йәмәғәт палатаһы “Атай фиҙакәрлеге” конкурсында еңеүселәрҙе билдәләне. Барлығы 27 атай оло наградаға лайыҡ тип табылды. Шуларҙың береһе Туймазыла йәшәй. Дмитрий Прохоров өс балаһын яңғыҙы үҫтерә, инвалид улын үҙ көсө менән аяҡҡа баҫтырған кеше ул.
Юраның диагнозы – церебраль фалиж, мейенең уң ярымшары зарарланған булғас, атлай ҙа, һөйләшә лә алмаған. Ғаилә тарҡалғас, балалар тәрбиәләү тулыһынса атай иңенә төшә. Реабилитациялар, Рәсәй һәм сит ил табиптарына дауаланырға йөрөүҙәр, бала менән шөғөлләнеүҙәр... Дмитрий Петрович ҙур ауырлыҡтар менән улын аяҡҡа баҫтыра. “Даими рәүештә ваҡыт бүлергә, һөйләшергә, аңлатырға кәрәк, иғтибарҙы кәметһәң, үҙенә йомолоуы мөмкин”, - ти ул. Юра хәҙер яйлап булһа ла үҙаллы йөрөй, пазлдар йыйыу менән шөғөлләнә. Ҡул моторикаһын үҫтерә.
Бер нисә йыл эсендә пазлдарҙан 900 картина йыйылған. Иң ҙуры дүрт мең өлөштән йыйылған. Аталы-уллы икәү уларҙы экспозициялар өсөн эшләй. Фатирҙары күптән инде картиналар галереяһын хәтерләтә. Атай хәҙер күп ваҡытын ейәндәрен тәрбиәләүгә бирә, уларҙың изгелекле, намыҫлы булып үҫеүен теләй.
Фото: Bash.News.
Читайте нас