Ҡатмарлы яҙмышҡа дусар ителгәндәрҙең тормошон еңеләйтергә тырышҡандар бихисап арабыҙҙа. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Эльвира Нәбиуллина осон-осҡа ялғап көн итеүселәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә.
Яҡташыбыҙ айырыуса балаларҙы иғтибарҙан өҙмәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ һәм малайҙарға төрлөсә булышлыҡ итә. Уның “Һәр саҡ янда бул!” мәрхәмәтлек ойошмаһына рәхмәтлеләр бихисап. Аҡсаға, кейем-һалымға мохтажлыҡ кисергәндәр, балаларының тамағын туйҙырам тип көнө-төнө эшләп тә етешә алмағандар күп. Тап шундай ғаиләләр Эльвира Нәбиуллина етәкселек иткән ойошмаға мөрәжәғәт итә лә инде. Ә унда берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмайҙар. Әйткәндәй, ойошма эшмәкәрлеген тағы бер йүнәлешкә көйләгән.
"Бала күмәк кеше араһында юғалып ҡалмаһын өсөн, улар менән төрлө күнекмәләр үткәрәбеҙ, – ти етәксе. – Тартыныу, оялыу кеүек ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәтәбеҙ. Лидерлыҡҡа әйҙәгән “Мин – беренсе!” тигән һүҙҙәрҙе һәр кем тормош девизы итеп алһын өсөн тырышабыҙ. Бының өсөн бәләкәстәрҙе төрлө байрамдарға, күңел асыу сараларына йыш йәлеп итәбеҙ".
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.