Социаль мәсьәлә
26 Май 2020, 11:30

Эшһеҙҙәр һаны арта ғына...

Бөгөн 128 мең кеше тулы булмаған эш көнөнә йәки ситтән тороп эшләй, 85 мең кеше - ситтән тороу тәртибендә. 24 мең кеше бөтөнләй өйҙә ултыра. 60 меңдән ашыу кеше эшһеҙ.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне беренсе вице-премьер Андрей Назаров алып барҙы. Кәңәшмә һәр ваҡыттағыса коронавиусҡа ҡаршы көрәш саралары һәм көндәлек эштәргә ҡағылды.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында һөйләне. Бөгөн был тармаҡта көсөргәнеш артҡан. Хәҙер тәҡдим ителгән вакансиялар эш эҙләгәндәргә ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк.
Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 2020 йылдың 1 ғинуарынан 3,3 тапҡырға артҡан. 25 май мәғлүмәттәре буйынса, улар 60033 кеше тәшкил итә. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 3,17 процентҡа артҡан. Үҙен шөөғөлһөҙ тип таныуҙы һораған 64 мең ғариза килгән. Уларҙың 44 проценты - оҙайлы ваҡыт эшләмәгән кешеләр.
“Эш биреүселәрҙе дистанцияла “Работа в России” порталына хеҙмәткәрҙәре һаны буйынса мәғлүмәт биреүгә күсереү дауам итә. 1 апрелгә ҡарата был порталда 368 эш биреүсе теркәлһә, бөгөн уларҙың һаны 10200-гә еткән, был 650 мең самаһы эшләгән граждандар”, – тине ул.
Бөгөн 128 мең кеше тулы булмаған эш көнөнә йәки ситтән тороп эшләй, 85 мең кеше - ситтән тороу тәртибендә. 24 мең кеше бөтөнләй өйҙә ултыра.
Дөйөм алғанда хеҙмәт баҙарында хәл көйләнгән, граждандар ғариза ебәрә һәм ун көндән эшһеҙ тип таныла ла пособие ала башлай.
Фото: bash.news
Читайте нас