Социаль мәсьәлә
28 Май 2020, 05:45

Аҙыҡ-түлек урынына... тере тауыҡ

Ризыҡты бер ултырыуҙа ашап бөтөүҙәре ихтимал, ә тауыҡтар көн дә йомортҡа һаласаҡ.

Ҡыйғы районында күп балалы ғаиләләргә ғәҙәти аҙыҡ-түлек йыйылмаһы урынына тауыҡтар таратҡандар. “Тере ярҙам” акцияһын район хакимиәте ойошторған.
“Ризыҡты бер ултырыуҙа ашап бөтөүҙәре ихтимал, ә тауыҡтар көн дә йомортҡа һаласаҡ”, – ти Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.
Ғаиләләргә шулай уҡ йәшелсә орлоҡтары ла таратҡандар.
Фото: myufa
Читайте нас